+19 °С
Ясна
Новости
15 Октябрь 2018, 14:36

Ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙәбеҙ

Благовар районы этнофестивале сиктәрендә Новоконстантиновка ауылында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған “Ауылҡайым минең” тигән ҙур байрам үтте.

Благовар районы этнофестивале сиктәрендә Новоконстантиновка ауылында мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған “Ауылҡайым минең” тигән ҙур байрам үтте.

Сараға йыйылыусыларҙы урындағы Совет депутаты Николай Олешко ҡотланы. Байрамға ауылда йәшәүсе өлкән йәштәге хеҙмәт ветераны, атҡаҙанған игенсе Виктор Левченко һәм ғүмер буйы төҙөүсе булып эшләгән Владимир Олешко саҡырылған ине. Улар бала саҡ хәтирәләрен ур-таҡлашты, тыуған ауыл тураһында һөйләште.

Ауырып китеү сәбәпле, ауылдың иң моңло тауыш

эйәһе Клавдия Грицаенко байрамда ҡатнаша алма-ны. Уның өйөнә үҙебеҙ бар-

ғас, ул беҙгә яратҡан йырҙарын йырлап ишет-терҙе. Сараға күптән оно-толған уйындар йәм өҫтәне.

Байрамда “Кудерушки”

халыҡ ансамбле башҡарыу-ында моңло йырҙар, шаян таҡмаҡтар яңғыраны. Уйын тамамланғас ауылда йәшәүселәргә, байрамда әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Быуаттар буйына быуындан быуынға күсә килгән ғөрөф-ғәҙәттәр, байрамдар халыҡта онотолмай. Әле һаман улар беҙҙең тормошҡа тәртип, инсафлылыҡ, ру-хи байлыҡтар өҫтәй. Беҙ ҙә элекке ауыл тормош-көнкүрешен тергеҙергә ты-рышабыҙ.
Читайте нас