Тәбиғәттең иҫ киткес саф, йылы, емеш-еләктең һутҡа тулышҡан мәле. Кемдер еләк, йыя, икенселәре бесән әҙерләй, берәүҙәр ял итергә, һыу инергә йөрөй. Һыу тигәндәй, беҙ үҙебеҙҙең тирә-яғыбыҙға, Ер-әсәбеҙгә иғтибарлымы, мәрхәмәтлеме? Ҡыҙғанысҡа, юҡ. Сөнки йылға буйҙары сүп-сар, ватыҡ шешәләр, пластик һауыттар менән тулған. Ҡасан ғына беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ хөрмәт итергә, тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы булырға, бай, иҫ киткес хозур тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға, киләсәк быуынса мираҫ итергә өйрәнербеҙ икән!?
Хәйер, һуңғы йылдарҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр бар һымаҡ. Бында республика, район кимәлдәрендә ойошторолған “Ағинәйҙәр” ҡороноң да роле ҙур. Сөнки улар урындарҙа төрлө темаларға арнап ололар менән дә, балаларҙы ла йәлеп итеп, ҡыҙыҡлы, фәһемле саралар үткәрә. Үҙҙәре лә әүҙем, һәр төрлө конкурстарҙа, семинарҙарҙа ҡатнаша, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо милли кейемен тергеҙеү менән мәшғүл.
Уларҙың әүҙемлеге йәй айында ла һүрелмәй, киреһенсә, ҡырылмаһа ҡырҡ эштәрен яйлап, тамамлап, ағинәйҙәр, бергә йыйылып кәңәш ҡора, теге йәки был мәсьәләне хәл итә. Ә бына тыуған ауылым ағинәйҙәре ни эш бөтөрә икән йәй көнө, нимә менән мәшғүлдәр? Ошо һорауҙарыма яуап табырға теләп, йәйге ялымда саҡта, уларға мөрәжәғәт иттем.
Ейәнсура районы Самаҙы ауылы ҡатын-ҡыҙҙары ла ике йыл элек уҡытыусы ветеран Мәүлиҙә Йылҡыбаева етәкселегендә ҡор ойоштора. Ауыл, район кимәлендә үткән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша улар. Зауыҡ менән милли күлдәктәрҙе лә үҙҙәре тектерә. Һаҡал, ҡашмау эшләү серҙәренә төшөнөргә, тәүге аҙымдарҙы яһарға Рәйфә Яҡшыбаева ярҙам итә. Ул Сибай ҡалаһы оҫталары тарафынан ойошторолған семинарҙа ҡатнашып, тәжрибә туплап ҡайтҡан. Мөнәжәттәр конкурсында үҙҙәре сығарып башҡарған әҫәр менән дипломға эйә була ағинәйҙәр. Ауыл балаларын йыйып яҙ көнө лә тәбиғәт ҡосағына сыға, тардицион “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек йолаларҙы беҙҙең кескәйҙәр ҙә белеп үҫә.
Июль башында, ямғырҙар булмау сәбәпле, ауыл аҡһаҡалдары ҡорбан салырға ниәт итә. Һарыҡ өсөн һәр йорттан аҡса йыйыла (әйтергә кәрәк, Миңсара һәм Баязит Байгилдиндар үҙ ғаиләһе исеменән бушҡа бер һарыҡ бүлә), тәм-томдар бешерелә, матур өҫтәл ҡорола. Сараның шартына килтерелеп күмәкләп намаҙ уҡыла, хаҡ мосолмандарға ярашлы ғәмәлдәр теүәл башҡарыла. Бында ла ауыл ағинәйҙәренең сара уртаһында ҡайнауы, байрамға милли кейемдә килеүе йәмле бер күренеш булды. Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң – ауылдаштарҙың ошо изге ғәмәленән һуң ябырылып килгән болоттар ситкә китмәй, ауылды, тирә-яҡ тәбиғәтте ҡөҙрәтле, шифалы ямғыры менән ҡыуандыра хәҙер, шөкөр.
Ямғырҙарҙың йышайыуы ла шишмәләрҙең һыуына булышлыҡ итте, уларға күтәрелергә форсат бирҙе. Ошонан файҙаланып, ауылым ағинәйҙәре тағы ла бер мәртәбәле сараға сыҡты – оло юл буйында, тау тишеп, ҡояшҡа ҡарап ағып ятҡан шишмәне таҙартты. М. Йылҡыбаева, Р. Яҡшыбаева, Ф. Ҡыуатова, Р. Хажиәхмәтова, Ә. Ҡылысбаева, Н Кәримова, Р. Яҡшыбаева, Г. Дәүләтбаевалар ауылдың оло ағинәйе Рәшиҙә Ҡа-рабаева менән шишмәгә юл тотто. Инәй был шишмәнең үҙенсәлекле, көнгә ҡарап аҡҡан ошондай шишмә-йылғаларҙың файҙалы, шифалы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, һыуының боҙолмауына, төрлө сирҙән дауа булыуына баҫым яһаны. Ағинәйҙәр дәррәү ҡуҙғалып, шишмәнең тирә-йүнен ҡаплап үҫкән сүп-сар үләнен йолҡто, ҡасандыр инеш башына һалынған резина ҡулсаларҙы алып, юлын мәтенән таҙартты. Бер аҙҙан шишмә үҙенең яңы юлын табып, сылтыр-сылтыр ағып китте, тиҙлеген дә шәбәйтте. Тирә-яғын кәртәләгән таҡталарҙың ауыша барыуы, әлбиттә, ир-егеттәр ҡулы етмәүе хаҡында һөйләй. Ағинәйҙәр әйтеүенсә, уларҙың шишмәгә юлы һуңғыһы түгел. Бесән әҙерләү эше тамамланыу менән улар, һәр береһе тормош иптәштәре менән, тағын шишмәгә сығырға ниәт итә. Инде лә шишмәне яңғыҙлатмаҫтарына шик юҡ. Афарин, ағинәйҙәр! XXI-се быуаттың шау-шыуында балаларыбыҙҙы ғына түгел, ә ниндәйҙер кимәлдә ауырлыҡтарға бирешкәндәргә лә тура юл, өлгө күрһәтеүегеҙ иғтибарға лайыҡ. Артабанғы эшегеҙҙә уңыштар, һәр башланғысығыҙҙың аҙағы һөҙөмтәле булыуын, ауылыбыҙҙың бер биҙәге, ҡото, тәрбиә усағы булып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!