+12 °С
Облачно
Новости
14 Сентября 2018, 09:12

Этнография экспедицияһы: сикһеҙ шатлыҡлы минуттар

“Рәсәй – күп төрлөлөктә берҙәмлек” этнография экспедицияһы Йәрмәкәй районында быйылдан “МПДУ-ның йәйге мәктәптәре” проекты сиктәрендә Мәскәү дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырыла.

“Рәсәй – күп төрлөлөктә берҙәмлек” этнография экспедицияһы Йәрмәкәй районында быйылдан “МПДУ-ның йәйге мәктәптәре” проекты сиктәрендә Мәскәү дәүләт педагогия университеты менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Йәйге мәктәптең өҫтәмә ғөмүми камиллаштырыу программаһын уңышлы үткән ҡатнашыусылар МПДУ сертификаты аласаҡ.

Биш минутлыҡ юл һәм бына автобус беҙҙе, “Рәсәй – күп төрлөлөктә берҙәмлек” этнография экспедицияһында ҡатнашыусы-ларҙы, бер нисә сәғәткә Түбәнге Оло Йылға сыуаш ауылының хозур төбәгендә ҡалдырып китте. Бейек булмаған теҙелеп киткән өйҙәрҙән торған был ауыл сихри ҡояш нурҙары менән яҡтыртылған һәм иҫ киткес тыныслыҡҡа сумған.

Клуб ҡаршыһында автобустан төшөүебеҙ “батшаларса” булды: милли костюмдар кейгән ауыл халҡы беҙҙе халыҡ йыры һәм ҡоймаҡ менән ҡаршы алды. Баш кейемдәре һәм күлдәктәрендәге тәңкәләр сыңлауы, күңелле моңдар һәм ҡайнар һый тәме шунда уҡ үҙ эшен эшләне: һәр кемдә шатлыҡ хисе, рәссам, ғалим энтузиазмы тоҡанды.

Егеттәр һарыҡ йөнөн алырға, ҡыҙҙар гармун көйөнә милли бейеү өйрәнергә йүгерҙе. Берәүҙәр ҡара мунса күреп, хатта ҡыҙынып сығырға ла өлгөрҙө, икенселәре быҙау, үгеҙ, ҡаҙҙар тирәһендә йөрөнө. Ҡайһы берәүҙәр әле уттан да төшмәгән сыуаш ашын тәмләп ҡараны. Ә барыһы бергә сыуаш халҡының географияһы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында мәғлүмәт йыйҙы.

Тәьҫораттар туплағас, беҙ милли аштар, ҡурай еләге менән мәтрүшкәле сәйҙән һығылып торған өҫтәл артында осраштыҡ. Беҙҙе баштан уратып алған ауыл асыштарынан һуң асыҡ һауа аҫтындағы төшкө аш беренсе туҡталышыбыҙҙың иң яҡшы йомғағы булды.

Ауыл буйынса сәйәхәтебеҙ тау битендә йәшеренгән изге Вознесенский шишмәһенә барыу менән тамамланды. Шифалы һыуҙан ауыҙ итеп, Нарспи тураһындағы легенда менән илһамланып, тауға менеп ҡарау мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманыҡ! Был еңелдән булманы, ләкин күргәндәребеҙ үкенергә урын ҡалдырманы. Бе-йеклектә, ел уйнатҡан үләндә ятып торһаң, киләһе йылда ҡалала йәшәр өсөн көс йыйып була төҫлө.

Өсөнсө көнөбеҙ кисәге ҡыҙғылт һары усаҡ төҫө һәм гитара моңо менән һуғарылды. Күңелдәр ил-һам менән тулды – йоҡларға ятһаҡ та була.

Ә һеҙ – беҙҙең көн оҙоно ентек-ләп йыйған тәьҫораттарыбыҙҙы көтөгөҙ.
Читайте нас