+7 °С
Облачно
Новости
17 Августа 2018, 14:14

“Сәфәр”ҙә быуын нығытып

Кеше күңеле ҡыҙыҡ бит ул – кемдер йырға тартылһа, берәүҙәргә бейеү яҡын, икенселәр иһә нәфис һүҙ, шиғыр уҡып күңелен йыуата.

Добавить в предпочтительные источники Google

Кеше күңеле ҡыҙыҡ бит ул – кемдер йырға тартылһа, берәүҙәргә бейеү яҡын, икенселәр иһә нәфис һүҙ, шиғыр уҡып күңелен йыуата. Сәнғәттең ҡайһы өлөшөн алһаң да халыҡ ынйыһына бай халҡыбыҙ мираҫы. Һуңғы арала ошо ынйыларҙың мәрйен бөртөктәре кеүек бер епкә теҙелеп милләтебеҙ байлығына әйләнеүе күңелгә шатлыҡ өҫтәй. Йыр-бейеү, сәсәндәр әйтеше кеүек сараларҙа балаларҙың да ҡатнашыуы мәртәбәгә тиң.

Ҡыҙҙар-егеттәр илебеҙ киңлектәрен байҡай

“Байыҡ” бейеү конкурсы быйыл 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ололар араһында ла, балалар күңелен дә берҙәй яулаған был проект ысын мәғәнәһендә халҡыбыҙ ынйыларын табыуҙа ҙур эш башҡара. Республиканың район-ҡалаларында һәләтле балаларҙы йыйған төрлө йыр-бейеү ансамблдәре күп хәҙер.Тап ошонда шөғөлләнеп, һәләттәрен үҫтергән ҡыҙҙар-егеттәр “Байыҡ” сәхнәләрен генә түгел, илебеҙ киңлектәрен дә байҡай. Туймазыла ла бар ундай һәләтле балалар. “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле нисә йылдар дауамында күңелендә бейеүгә дәрт йөрөткән балаларҙы бергә туплаған. Миңлеәхмәт Зарипов – ансамблдең тәүге етәксеһе. Ул төрлө милләт бейеүҙәрен балаларға өйрәтеп, илебеҙ ҡитғаларына юл һалған атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Ошо ансамблдә бейеп үксә нығытҡан егет һәм ҡыҙҙарҙың байтағы бөгөн үҙҙәре бейеү түңәрәктәрен етәкләй, ҡайһылары билдәле ансамблдәрҙә эшләй.

Иң юғары баһа – Гран-при

Бөгөн “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамблен Әлфиә һәм Дамир Иб-раһимовтар етәкләй. Быға тиклем Дамир Хәлит улы “Мираҫ” ансамблендә бейей. Ансамблдә балалар 3 йәштән шөғөлләнә. Балалар теләп йөрөй бында, сөнки улар менән үҙ эшенең оҫталары эшләй. Йыл дауамында бейеүҙәр өйрәнеп улар район һәм республикала ғына түгел, хатта илебеҙҙең төрлө тарафтарында үткән конкурстарҙа сығыш яһап иң юғары урындарҙы, дәрәжәле дипломдарҙы яулап ҡайта. “Сәфәр” бейеү ансамблен хәҙер төрлө тарафтарҙа беләләр, таныйҙар, сөнки улар иң-иңдәре! Ансамблдең урта һәм өлкән төркөмдәре ошо арала ғына бер нисә бейеү конкурсында ҡатнашып, гран-при эйәләре булараҡ танылды. Күрше Татарстан тарафтарында үткән “Бейе, Ҡазан!” бейеү конкурсында, Бөйөк Ватан һуғышының 73 йыллығына арналған “Еңеү яҙы” бейеү фестивалендә 150 коллектив араһында гран-при, Октябрьский ҡалаһында үткән 4-се төбәк-ара казаҡ йыр һәм бейеү фестиваль-конкурсында беренсе дәрәжә дипломға эйә булды улар. “Байыҡ” телевизион бейеү сәнғәтенең 10 йыллыҡ юбилейына бағышланған конкурста ла һынатманы беҙҙекеләр, иң юғары баһаға – гран-приға эйә булдылар. Ә етәкселәре Дамир Ибраһимов иһә күмәк бейеү ҡуйыусы булараҡ проекттың дипломы менән бүләкләнде.

Һәр бала уникаль шәхес

Балаларҙың ошондай баш әйләндергес уңыштарында үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡарған етәкселәрҙең тынғыһыҙ хеҙмәте ята. Һәр баланың күңеленә асҡыс табып, бейеү серҙәренә еңел төшөндөргән Әлфиә һәм Дамир Ибраһимовтарҙы балалар бик ярата, үҙ итә, түңәрәктәргә теләп йөрөй. Ата-әсәләр ҙә балалары өсөн шат. Сөнки тынғыһыҙ, үҙ урынын таба алмағандар бында коллективҡа тиҙ өйрәнә, тәртибе яҡшыра, уҡыуға ҡарашы үҙгәрә. Балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтенә, характерына ҙур иғтибар бүлә етәкселәр. Һәр бала шәхес, уникаль. Ошо күҙгә күренмә-гән тойғоларҙы, күңел талаптарын йүгәнләп, кескәй балаларҙы коллектив итеп ойоштороу еңел түгел. Әммә һәр башланғыстың, инештең дауамы була. Бөгөн беҙ “Сәфәр” өлгөлө бейеү ансамбле йөҙөндә оло бер даръяны, бейеү даръяһын күрәбеҙ. Юлдарында осраған бер ҡаршылыҡтан да ҡурҡмаған ошондай етәкселәр, кескәй күңелдәрендә бейеүгә һөйөү йөрөткән ҡыҙҙар-егеттәр барында сәнғәтебеҙ, бейеүҙәребеҙ булыр, йәшәр, киләсәккә тапшырылыр. Сәфәрлеләргә тамашасы һөйөүе, юлдарының уң булыуын, юғары үрҙәрҙең еңел бирелеүен, осар ҡа-наттарының талмауын, илебеҙ генә түгел, сил ил ҡитғаларын да иңләүен теләйбеҙ. Йәш бейеүселәребеҙгә афарин тиергә генә ҡала!
Читайте нас