Беҙҙең байрамды Европала ла беләләр
Быйыл мин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Туймазыла һабантуйҙа була алманым. Әммә миңә июнь айында Женевала үткән байрамда ҡатнашырға форсат тейҙе.
Сара үткәрелгән иҫ киткес, йәм-йәшел майҙансыҡ баштан уҡ күңел-гә ятты. Әйтерһең дә мин Швейцарияла түгел, ә үҙ Башҡортостанымда йөрөйөм. Тыуған илемдең меңдәрсә саҡрымдарҙа ятыуы, тирә-йүндәгеләрҙең сит – француз, итальян, немец һәм башҡа телдәрҙә һөйләшкәне генә асылыма ҡайтарҙы. Әммә әле бер, әле икенсе яҡтан башҡортса ауаздар ҙа ишетелеп тороуы күңелгә аңлата алмаҫлыҡ тойғо өҫтәне.
Ҡунаҡтар күп кенә ине – кемдер ғаиләләре, дуҫтары менән килгән. Һабантуй күңелле, йылы мөхиттә үтте. Уны сараны ойоштороусы бер туған апалы-һеңлеле Йәнтуриналар рус, башҡорт, француз телдәрендә алып барҙы.
Концерт программаһы бай һәм төрлөлөгө менән айырыла ине. Йола буйынса һабантуйҙа ғына үткәрелә торған уйындарҙа, конкурс һәм ярыштарҙа башҡорт милләте генә түгел, ә күп кенә сит ил вәкилдәре лә әүҙем, теләп ҡатнашты. Хатта милли көрәштә лә көс һынашыусылар
табылды. Уларҙың беҙҙең ғөрөфғәҙәттәр, йолалар менән ҡыҙыҡ-һыныуҙары күңелгә ятты.
Көн буйына барған сарала ҡатнашыуым миңә өйҙә булған кеүек тәьҫир итте. Үҙенең йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәренә һаҡсыл ҡараған һәм һаҡлаған халҡым өсөн миндә ғорурланыу тойғоһо уянды.