Ҡырым Республикаһында еңел авиация спорты буйынса Рәсәй Кубогы үтте. Ярыштарҙа Рәсәй Федерацияһының һигеҙ субъекты командалары ҡатнашты, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы командаһы ла.
Уҙыш бер нисә йүнәлеш буйынса ойошторолдо: автожирҙар, микросамолёттар, дельталёттар. Сәйер яңғыраған автожир атамаһы грек теленән “үҙе” (авто) һәм “гирос” (божра) тип тәржемә ителә. Йәғни күтәрткес көс булдырыу өсөн ирекле бөтөрөлгән төп винтты ҡулланыусы осоу аппараты. Рәсми рәүештә “гироплан” төшөнсәһе ҡулланыла. Тап шул аппаратта Башҡортостан командаһы вәкиле, Октябрьскийҙан Ришат Исхаҡов экипаж иҫәбендә көмөш миҙал яуланы. Авиация менән күптән мауыға, еңел авиацияның алдынғы пилоттары иҫәбенә инеүен беренсе генә тапҡыр иҫбатламаны инде ул.
Спорт кешене мөмкин булмағанды эшләргә мәжбүр итә! Исхаҡовтың да тәүлегендә башҡаларҙыҡы кеүек 24 сәғәт. Ришат Нәжип улы белгеслеге буйынса табип-анестезиолог, табип-трансфузиолог, Октябрьскийҙа Республика ҡан ҡабул итеү станцияһын етәкләй. Доктор, етмәһә, етәксе лә булыу – тимәк, эш менән даими мәшғүл булыу. Беҙ барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе эшкә сумған, эшлекле кешеләр тип уйлайбыҙ. Ҡайһы берәүҙәр хатта иртәнге зарядкаға ла ваҡыт тапмай. Әммә уңышлы кешеләр, ғәҙәттә, спорт менән шөғөлләнеү уларға ваҡыттарын дөрөҫ файҙаланырға һәм бөтә ергә лә өлгөрөргә мөмкинлек биреүен раҫлай. Исхаҡов ҡалала ғына түгел, БР-ҙың көнбайыш райондарында ла мөһим медицина тармағы өсөн яуап бирә. Ә ял көндәрендә – күнегеүҙәр, ярыштар, аэродромда парашютсылар менән эш.
Осоуҙар бөтә Ҡырым биләмәһендә уҙҙы, иң дауамлы маршрут бер осоу сменаһында 350 км тәшкил иткән: Евпатория ҡалаһынан Ҡара Гоз (Феодосия ҡалаһы) майҙансығына тиклем һәм кирегә. Ришат Нәжип улына Ҡырымдың көньяҡ яры өҫтөнән осоу оҡшаған: Коктебель, Судак, Алушта, Гурзуф, Ялта һәм Аю-даг, Севастополь, Ай-Петри. Күркәм Феолент моронон урап, Бельбек аша Евпаторияға... Автожир бер мең метрғаса бейеклектә оса: аҫта сәскәгә сумған төбәк, диңгеҙ. Ғәжәйеп урындар, онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар. Беҙҙең яҡтарҙа яҙ май айында ғына башланған, сирәм дә сыҡмаған ине әле. Ә Ҡырымда сәскәләр донъяһы. Шунда уҡ йәйгә килеп эләктек, ти Ришат Нәжип улы.
Ярыштар Еңеү байрамын билдәләгән көндәрҙә үтеүен дә әйтергә кәрәк. 9 майҙа спортсы-пилоттар Севастополдә ине. Хәрби-диңгеҙ парады тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы, бигерәк тә төбәк халҡының ихлас хис-тойғолары йөрәккә үтте: улар өсөн Бөйөк Ватан һуғышы – тере тарих, һәм ул ваҡиғаларҙы хәтерләп, ауыр юғалтыуҙар өсөн әрнеү, фронтовиктар өсөн ғорурлыҡ кисерә улар. Бына ошондай шарттарҙа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән утыҙ спортсы шәхси зачётта Рәсәй Кубогы өсөн көрәште. Старт майҙансығы Сакс районының Великое ауылы ситендә урынлашҡан ине. Башҡортостан командаһын ике урынлы дельталётта донъя һәм Европа чемпионы Әлфиә һәм Максим Семёновтар экипажы, Күмертауҙан “Птенец-2” микросамолётында Владимр Зубков һәм Дмитрий Барсуков экипажы һәм автожирҙа Юрий Семёнов менән Ришат Исхаҡов экипажы тәҡдим итте. Дельталёт экипажы үҙ класында – беренсе, ә самолёт һәм автожир экипаждары ошо ярыштарҙың көмөш бүләге эйәһе булды.
Икенсе йыл рәттән командалар араһында беренсе урынды Ҡырым вәкилдәре яулай, икенсе урында – беҙҙең яҡташтар, өсөнсө урында – Псков өлкәһе.
Рәсәй еңел авиация федерацияһы вице-президенты Владимир Коваль билдәләүенсә, спортсыларҙың әҙерлек дәрәжәһе юғары, күптәре – Рәсәй йыйылма командаһының ғәмәлдәге ағзалары, спорт йүнә-лештәрендә ғәмәлдәге Европа һәм донъя чемпиондары ҡатнашты. Рәсәй кубогын ойоштороусылар, Ҡырым Республикаһындағы Рәсәй берләшкән еңел авиация федерацияһы төбәк бүлексәһе быйыл майҙа уҙғарылған Рәсәй кубогы Рәсәй командаһы өсөн Тула ҡалаһында уҙасаҡ Рәсәй чемпионатына, августа Венгрияла үтәсәк донья чемпионатына үҙенсәлекле әҙерлек трамплины буласаҡ тигән өмөттә ҡала.