+15 °С
Ясно
Новости
30 Июля 2018, 08:09

«Рәсәй Матбуғаты» командаһы – Туймазыла

Туймазы ҡалаһындағы «С.Н. Ғимаев исемендәге Туймазы аренаһы» универсаль боҙ комплексында Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Ғимаев иҫтәлегенә һәм Балаларҙы яҡлау көнө хөрмәтенә шайба менән хоккей буйынса хәйриә турниры үтте.

Турнирҙа донъя чемпионатының көмөш призёры Александр Гуськов, ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы Алексей Бадюков, «Матч ТВ» спорт телеканалының алып барыусыһы Денис Казанский кеүек күренекле Рәсәй журналистары һәм танылған хоккейсылар составында «Газпром», «САВА» һәм «Рәсәй матбуғаты» командалары ҡатнашты.

«Газпром», «САВА» һәм «Рәсәй матбуғаты» командалары араһында матчтар үтте. Турнирҙы теләгән һәр кем ҡарай алды, матчтарға инеү ирекле булды.

Балаларҙы яҡлау көнөндә билдәле ҡунаҡтар ҡатнашлығында ҡала стадионында чемпион менән зарядка, «Туймазы-Арена» универсаль спорт комплексында алдынғы хоккейсыларҙан оҫталыҡ дәресе, төрлө спорт төрҙәре буйынса тур-нирҙар, балалар һабантуйы һәм матбуғат конференцияһы уҙҙы.
Читайте нас