Зауыҡ менән кейенгән кешегә һоҡланмау мөмкин түгел. Ағасты япраҡ, кешене сепрәк биҙәй тигәндәй, ысынлап та, матур кейенгән кеше, нисектер, тирә-йүнгә йәм бирә. Мода донъяһында кейемдең яңынан яңы алым менән тегелгәндәре лә, 30-40 йыл элек кейелгән стилдәгеләре лә үҙгәреп тора. Һуңғы арала мода илен боронғолары ла биҙәй. Йәштәр кейгән бөгөнгө кейемдәрҙә халҡыбыҙҙың аҫыл биҙәк өлгөләре лә күренә башлауы маҡтауға лайыҡ.
Ул ғына ла түгел, йыл дауамында теге йәки был боронғо йолалар, байрамдар тергеҙелә, шул байрамдарға бәйле милли орнаменттарыбыҙ төшөрөлгән күлдәк-камзулдар, һаҡал, түшлек һәм еләндәр тегелә. Республикабыҙ халҡы ошо байрамдарҙа, конкурс, семинарҙарҙа, күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, йәштәрҙе, балаларҙы йәлеп итә. Был шулай булырға тейеш тә. Сөнки үткәндәрһеҙ киләсәгебеҙ юҡ!
Туймазы ҡалаһында “Тамға” ижади берләшмә бик әүҙем эшләй. Уның ағзалары төньяҡ-көнбайыш башҡорттарына хас боронғо кейем өлгөләрен ентекле өйрәнә. Ул ғына ла түгел, халыҡтың башҡа кейем-һалым, көндәлек кәрәк-яраҡтарына төплө иғтибар бирә, уларҙы бөгөнгө көн талаптарына яраҡлаштырып тергеҙә, тегә.
Май айында ижади берекмә ағзалары Сибай ҡалаһында “Сәсмәүерем, селтәрем” исеме аҫтында үткән башҡорт халыҡ кейеменең 3-сө төбәк-ара фестивалендә ҡатнашты. Сарала барлығы 385 кеше бер-береһе менән аралашҡан, фекер алышҡан. Декоратив-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәһендә 12 номинацияла барлығы 104 оҫта үҙ эшен тәҡдим иткән. 70 оҫта иһә селтәр бәйләү, кейеҙ һуғыу, сәсмәүер, янсыҡ, таҡыя тегеү буйынса оҫталыҡ кластарында ҡатнашҡан.
Күптәр бындай фестиваль, конкурстарҙа тәүге тапҡыр булып, үҙҙәрен күрһәтеп, башҡаларҙы күреп дәртләнеп ҡайта, оҫталыҡҡа, маһирлыҡҡа ынтыла. Беҙҙекеләр иһә, һәр ваҡыттағыса, һынатмай – “Моҡсай” номинацияһында Гран-при алып ҡайтты. “Тамға” ижади берләшмә ағзалары үҙҙәренең ижад емештәрен зауыҡ менән эшләп кенә ҡалмай, ә һәр төрлө сараларҙа уларҙы оҫта итеп күрһәтә лә белә! Флорид Вәхитов (фотола) исемле егетебеҙ ирҙәр өсөн тегелгән моҡсайҙы бик оҫта тәҡдим итте.
Ә “Янсыҡ” номинацияһында ҡатнашҡан эше менән берләшмә етәксеһе Зөлфиә Краснова 1-се дәрәжәләге дипломға лайыҡ булды.
Күңелендә рух йөрөткән, һәр нәмәнән матурлыҡ, серлелек күрә белгән ошондай оҫталарыбыҙ барында халҡыбыҙҙың аҫыл боронғоһо юғалмаҫ, ә киреһенсә, заман менән бергә атлар, киләсәккә табан ынтылыр! Афарин, “Тамға”лар! Артабан да ижади үрҙәр һеҙгә!