+18 °С
Ясно
Новости
30 Июля 2018, 08:22

Башҡортостанда М5 трассаһында авария: биш кеше зыян күргән, берәү һәләк булған

Туймазы районы биләмәһендә М5 трассаһының 1307-се саҡрымында көндөҙгө сәғәтөс тирәһендә өс автомобиль бәрелешкән.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Туймазы районы биләмәһендә М5 трассаһының 1307-се саҡрымында көндөҙгө сәғәт өс тирәһендә өс автомобиль бәрелешкән. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был аварияла биш кеше зыян күргән һәм берәү һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Киа Рио» водителе ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм «Тойота» менән бәрелешкән. Һуңынан «Тойота» әйләнеп китеп, «Мазда»ға барып бәрелгән.
Әле булған мәғлүмәттәр буйынса, юл-транспорт фажиғәһе һөҙөмтәһендә «Киа Рио» водителе — 39 йәшлек Ханты-Манси автономия округында йәшәүсе ир ваҡиға урынында вафат булған.
Яҡындағы дауаханаларға уның пассажирҙары: 1985 йылда тыуған ҡатын һәм 12 һәм 5 йәшлек ике бала оҙатылған. Шулай уҡ «Тойота» водителен – 41 йәшлек Новосибирск өлкәһендә йәшәүсе ирҙе һәм уның 17 йәшлек пассажирын дауаханаға һалғандар. Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөмө эшләй.
Читайте нас