+20 °С
Дождь
Новости
30 Июля 2018, 08:05

“Аҡ инәй” Октябрьский мәктәбендә

Сараға йыйылыусыларҙы ту-ғанлыҡ ептәре бәйләмәһә лә, уны ғаилә байрамы тип атарға булыр ине.

Сараға йыйылыусыларҙы ту-ғанлыҡ ептәре бәйләмәһә лә, уны ғаилә байрамы тип атарға булыр ине. Шуға ҡарамаҫтан, өйҙәгесә йылы мөхит хакимлек итте – осрашыуҙы алып барыусы аҡ инәйҙәр үҙҙәрен шулай тотто, шулай һөйләне. Мәктәптәге класс бүлмәһенә әсәйҙәре, атайҙары менән килгән өсөнсө синыфтар. Һәм бихисап күп ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәттән тыш уйындар ойошторолдо. Был уйындарҙың үҙенсәлеге боронғо йолаларҙан, лингвистиканан ғибәрәт ине.

Быйыл ҡалабыҙҙа “Аҡ инәй” берләшмәһе ойошторолдо. Баш-ҡорттарҙа ырыуҙың хөрмәтле, зирәк, игелекле ҡатындарын шулай тип йөрөткәндәр. Элек-электән беҙҙә йәштәр ҙә, аҡһаҡалдар ҙа уның фекере менән килешергә, уның алдында баш эйергә тейеш булған. Ул һүҙе менән дә, эше менән дә ярҙам күрһәткән, дөрөҫ юл һайларға, етди хаталарға юл ҡуймаҫҡа булышҡан. Октябрьскийҙа “Аҡ инәй” бер-ләшмәһен ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Зөлфиә Сафиуллина етәкләй. Ул 8-се мәктәп-тең башҡорт теле уҡытыусыһы, берләшмәнең беренсе сараһы ла шунда үткән. Балалар – Азамат, Әминә, Ләйсән, Айһылыу һәм башҡалар сәмләнеп уйындарҙа ҡатнашты, йомаҡтарға яуап эҙ-ләне, йырланы, бейене, алдарында сығыш яһаған ата-әсәләренә һоҡланып ҡарап ултырҙы.

Аҡ инәйҙәр Сәғиҙә Солтанғәлиева, Миңлегөл Ахунова, Тәлиғә Макаренко, Дилбәр Фәхретдинова, Флүрә Зиннәтуллина, Гөлсирә Ахунова сигеүле зәңгәр бәрхәттән тегелгән матур милли кейемдәр-ҙән ине. Улар осрашыу йөкмәткеле булһын өсөн бик күп көс һалды. Барыһы ла сәй эсергә ярата, шуға күрә сәй өсөн беҙҙең урмандарҙа ниндәй үләндәр йыйып булыуы тураһында һөйләнеләр, “Яулыҡ йәшерәм” уйынын уйнанылар. Ҡыҙҙарҙың сәсен матур итеп йыйыу буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаранылар. Тағы ла бик күп уйындар һәм бәйгеләр булды. Былар барыһы ла театрлаштырылған тамаша рәүешендә үтте. Кисә башҡорт тарихына бәйле йырҙар, ҡобайырҙар, бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Йәш ата-әсәләр туған телендә шиғыр һөйләгән, йомаҡ сискән, һорауҙарға яуап биргән балаларына һоҡланып ултырҙы. Алып барыусының “Тел – ул уртаҡ байлыҡ, беҙ уны һаҡларға тейеш, унда тыуған яҡ тарихы. Һеҙ беҙҙең ышаныс!” тигән һүҙҙәре һәр кем күңелендә урын тапты.

Был көндө балалар янына мәктәпте тамамлаған Азамат Харисов, Кәримә Ямалиева, Карина Ғарипова килде, сөнки татыу ғаиләлә олоһо ла, кесеһе лә була. Кәримә – башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыусы һәм еңеүсе, Азамат “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буенса бәйгеһелә ҡатнашҡан, улар ҡала данын республика сараларында лайыҡлы яҡлаған. Кескәйҙәргә тиңләшер кеше бар, тимәк. Азамат мәктәптә уҡығанда ҡурайҙа уйнарға өйрәнгән, был кисәлә лә матур итеп уйнап күрһәтте ул. Ә йәнле музыка мөхитте үҙгәртә. “Аҡ инәй”ҙең балалар менән осрашыуы ғаилә, ижад, талант байрамына әүерелде. 2018 йыл – ғаилә йылы, ул иғтибарҙы әсәйҙәр, атайҙар һәм бала саҡ мәсьәләләренә, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә йүнәлтә. Иң яҡшы һабаҡ – быуындарҙың күрешеп аралашыуы.
Читайте нас