Күренекле опера йырсыһы Әлфиә Кәримова Ҡаҙағстандан тыуған төйәгенә ҡайтҡан һәм Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнаша. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бына инде биш йыл дауамында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы «Астана-опера» театры солисы булып эшләй.
«Һайлауҙарға һәр саҡ йөрөйөм, мөмкинлегем булһа, үҙемдең гражданлыҡ ҡарашымды әүҙем күрһәтәм. Бына бөгөн дә бик мөһим көн – Рәсәй Президентын һайлау, тыуған Өфөмдә булып, үҙ кандидатым өсөн тауыш биреүҙе ҙур бурыс тип иҫәпләйем, — ти Әлфиә Кәримова. — Бөтә ғаиләбеҙ менән һайлау участкаһына юлландыҡ. Ғәҙәттәгесә ул бына инде күп йылдар дауамында мин 20 йыл элек тамамлаған Өфө гимназияһында урынлашҡан. Тыуған диуарҙарҙа булыу ҡыуаныслы һәм тулҡынландырғыс».