+14 °С
Дождь
Новости
13 Марта 2018, 11:30

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Уның ойоштороусылары – Башҡортостандың Мәҙәниәт, Мәғариф, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, республика Халыҡтар дуҫлығы йорто. Уларға өс ай эсендә фондтың уставын раҫларға ҡушылды.

Фондтың попечителлек советы һәм юғары коллегия идаралығы органы республика Башлығы тарафынан төҙөлә. Уларҙың составы буйынса тәҡдим ойоштороусылар тарафынан индерелергә тейеш. Фонд эшенә оператив идараны рәйес етәкселегендәге биш кешенән торған төркөм тормошҡа ашыра. Идара ағзаларын төбәк етәксеһе тәғәйенләй. Попечителлек советы фонд эшмәкәрлегенең йүнәлештәрен, бюджетын раҫ-лай, ойошманың эшен, ҡарар ҡабул итеүен, уларҙың үтәле-шен күҙәтә.

Республика Хөкүмәтенә фонд-

ҡа тапшырыласаҡ мөлкәт сос-

тавын билдәләү, Өфөлә уның урынын билдәләү йәһәтенән тәҡдимдәр индереү бурысы

ҡуйылды. Указда билдәләнеү-енсә, фонд бюджеттан тыш сы-ғанаҡтар иҫәбенә ойошторола.
Читайте нас