1 сентябрҙә районыбыҙҙың 12 урта һәм 12 төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә дәрестәр-гә саҡырып ҡыңғырау сыңла-ны. 2017-2018 уҡыу йылында барлығы 3227 уҡыусы парта артына ултырҙы. Уларҙың 350-гә яҡыны – беренселәр. 400-ҙән артығыраҡ педагог балаларҙы белем үрҙәренә әйҙәйәсәк. 12 йәш педагог хеҙмәт эш-мәкәрлеген быйыл башлай.
Уҡыу йылы яҡшы эштәрҙән башланды. 1 сентябрь көндө район Мәҙәниәт һарайы алдында Баҡалылағы 1-се һәм 2-се мәктәптәрҙең башланғыс синыфтары өсөн профориентация сараһы үткәрелде. Балалар ижад йорто, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Балалар сәнғәт мәктәбе, Мәҙәниәт һарайы, үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы яңы уҡыу йылында эшләйәсәк мауыҡтыр-
ғыс түңәрәктәргә, спорт секцияларына, дәрестәргә саҡырҙы, ҡыҙыҡлы эштәрҙә, күңелле һәм файҙалы сараларҙа ҡатнашырға өндәне.
Тоҡтағол ауылында Маты йылғаһы аша Илеш һәм Баҡалы райондарын тоташтырыусы күпер төҙөлдө.
Райондың гүзәл заттары араһында “Автоледи-2017” район конкурсы үткәрелде. Унда ете кеше ҡатнашты. Ике этаптан торған был бәйгелә Александра Голованова еңеп сыҡты. Сараны район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ойошторҙо.
Район Мәҙәниәт һарайында 3D кинотеатры эшләй башланы. Хәҙер бында ололар ҙа, балалар ҙа рәхәтләнеп ошо форматтағы фильмдарҙы ҡа-рай ала.
“Реаль эштәр” проекты сик-тәрендә Баҡалыла 1987 йылда сафҡа индерелгән бассейнды капиталь төҙөкләндереү тамамлана. Тиҙҙән “Дельфин” бассейны йөҙөргә яратыусыларҙы үҙ ишектәрен ҡабат асып ҡыуандырасаҡ.
8 сентябрҙә Баҡалы районы үҙәгендә фольклор коллективтарының III Төбәк-ара Троицк фестивале үтте.Унда Баҡалы, Саҡмағош, Борай, Дүртөйлө, Илеш һәм Шаран райондарынан, Татарстандың Мөслим һәм Мамадыш райондарынан, Силәбе өлкәһенең Ноғайбәк районынан урыҫ, керәшен коллективтары ҡатнашты. Фестиваль Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың традицион мә-ҙәниәтен хуплау һәм үҫтереү, милләт-ара дуҫлыҡты нығы-тыу, халыҡ йолаларын терге-ҙеү һәм һаҡлау маҡсатында үткәрелде.