Бүздәк ауылының “Төньяҡ” микрорайонында яңы уҡыу йылына 150 урынлыҡ балалар баҡсаһы ишектәрен асасаҡ.
Республика Башлығы Рөс-тәм Хәмитов белдереүенсә, Башҡортостандың 2019 йылда билдәләнәсәк 100 йыл-лығына 95 объект һайлап алынған. Хөкүмәттә бюджет инвестициялары буйын-
са эксперт советы булды-рылған. Теге йәки был объектты исемлеккә индереү тураһындағы ҡарарҙы ошо совет ҡабул итә. Объектты һайлағанда төп өс принципҡа таяныла: уның социаль әһәмиәтлелеге, бюджет мөмкинлектәре һәм территориялар тигеҙлеге.
– Юбилей төҙөлөштәре күберәк булыр, моғайын. Исемлек раҫланғас, ул мотлаҡ рәүештә халыҡҡа хәбәр ителәсәк, – тип белдерҙе республика Башлығы.
Беҙҙең район һәм уның үҙәге өсөн “Төньяҡ” микрорайонында төҙөлгән балалар баҡсаһы хаҡлы рәүештә мөһим социаль объект һәм юбилей төҙөлөшө тип иҫәпләнә. Баҡсаның 6 төркөмөнә 7 йәшкә тиклем 150 бала йөрөйәсәк. Уҙған йылдың июлендә был объектты “КапиталСтрой” йәмғиәте төҙөй башлаған ине. Төҙөлөш баҙарында биш йылдан артыҡ ҡына эшләүенә ҡарамаҫтан, был предприятие республика буйынса бик күп объекттар: мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары төҙөргә өлгөргән. Йыл башында был коллектив беҙҙең район үҙәгендә “Табанлыкүл” бассейны бинаһын файҙаланыуға тапшырҙы.
– Әлеге ваҡытта беҙҙең компания республиканың Капиталь төҙөлөш идараһы һәм Социаль маҡсатлы программалар фонды заказы буйынса бер нисә объект төҙөй, – ти компанияның генераль директоры Алексей Лесин. – Яңы объекттар алыу өсөн беҙ электрон аукциондарҙа, тендерҙарҙа даими ҡатнашабыҙ. Барлыҡ төҙөлөш һәм биҙәкләү эштәрен үҙ көсөбөҙ менән башҡарабыҙ, субподрядчиктарҙы сантехник, электр монтажлау һәм башҡа шундай махсуслашҡан эш төрөнә генә йәлеп итәбеҙ.
Ҡеүәтле материаль-техник база һәм сифатлы материалдар ҡулланыу ҙа төҙөлөш баҙарында предприятиеның позицияларын нығыта.
– Сифатҡа айырыуса ныҡ иғтибар бирәбеҙ, сөнки предприятие өсөн объект-ты ваҡытында тапшырыу ғына түгел, ә гарантияланған бурыстарҙы ла үтәү мөһим, – тип дауам итә һүҙен Алексей Сергеевич.
Бөгөн төҙөлөштә иртәнән кискә тиклем эш ҡайнай. Предприятиеның төҙөлөш эшендә күп йыллыҡ практик тәжрибәгә һәм юғары һөнәри белемгә эйә булған белгестәр балалар баҡсаһында балаларға ла, хеҙмәтләндереүсе персоналға ла уңайлы булһын өсөн бөтөн тырышлыҡтарын һала.