

Компетенция буйынса ярыштар Сургут политехник колледжы майҙансығында үтте. Алина жюри хөкөмөнә «Ата-бабалар пульсы» масштаблы ролле уйынын тәҡдим итте. Уйында - этник традициялар, боронғо мифтар һәм ритуалдар. Алина уйынды етештереүҙең бөтә этаптарын уңышлы үтә: өс үлсәмле модель булдырыуҙан алып персонажды йәнләндереүгә тиклем (анимация).
Алинаның конкурс эше иң яҡшыһы булды. Студент ҡыҙ конкурсҡа уҡыу йылы башынан әҙерләнә башлауын һөйләне. Уҡытыусы Юлия Тамизовна менән бер нисә ай буйына «Ата-бабалар пульсы»ның һәр детален шымарталар.
Ул мәктәптә уҡыған сағында уҡ ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнергә хыяллана, шуға күрә бер уйламай юридик колледжға «дизайн» һөнәре буйынса уҡырға инә.
Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы IТ-компаниялар менән бергәләп, «һанлы» компетенциялар буйынса белемле балаларға ярҙам итә. Был — киләсәктәге белгестәрҙең юғары дәрәжәлә үҫеүенә булышлыҡ итә.
— Һанлы үҫеш министрлығы IТ-компетенциялар буйынса чемпионатты беренсе йыл ғына ойоштормай. Беҙ профессиональ оҫталыҡ буйынса чемпионатта предприятиеларҙы ла йәлеп итәбеҙ. Күп осраҡтарҙа беҙ ҙур IТ-компаниялар һәм предприятиелар тарафынан бирелгән яңы белем һәм күнекмәләр алыу мөмкинлегенә нигеҙләнеп, стажировкалар үткәреүҙә ярҙам күрһәтәбеҙ. Быйыл предприятиелар финанс ярҙам да күрһәтте - төбәк этабында ҡатнашыусыларҙы иҫтәлекле бүләктәр менән дәртләндерҙеләр. Шуға күрә беҙ партнерҙарыбыҙға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, — тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Башҡортостанда быйылғы чемпионат 18–30 март аралығында 78 майҙансыҡта, шул иҫәптән предприятиелар территорияһында үтте. Республикабыҙ исеменән Бөтә Рәсәй буйлап йомғаҡлау (төбәк-ара) этабында 176 профессионал һәм 68 юниор сығыш яһаны.
Ярыштарҙа мәктәп уҡыусылары (14 йәштән башлап) һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының студенттары ҡатнашты. Төбәктә 3 меңдән ашыу ҡатнашыусы 186 төрлө компетенция буйынса үҙҙәренең һөнәри оҫталыҡтарын күрһәтте.
«Һанлы иҡтисад» милли проекты — Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указары нигеҙендә ойошторолған проект булып тора.