+24 °С
Облачно

Милли проект ярҙамында Октябрьский парктары төҙөкләндерелә

Октябрьский ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә бөтә ҡала халҡы өсөн иҫтәлекле урын - Еңеү паркын төҙөкләндерелде.

Бында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә мемориал биләмәһе төҙөкләндерелде

– Күп быуын өсөн әһәмиәтле урындың үҙгәреүен күреү бик тә ҡыуаныслы, - тип билдәләй Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский.

2025 йылдың ғинуарынан республикала «Тормош өсөн инфраструктура» яңы милли проекты - «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты старт алды. Был проект сиктәрендә 2025 йылда 170 территория яңы ҡиәфәт алды.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Ә быйыл Октябрьскийҙағы Губкин скверы масштаблы үҙгәреш кисерә.

Гоголь һәм Девон урамдары араһындағы йәмәғәт биләмәһендә Октябрьскийҙан  «Конкрит»предприятиеһы төҙөлөш эштәрен әүҙем алып бара.

Әлеге ваҡытта төьәк нефть геологияһына нигеҙ һалыусы Иван Губкиндың буласаҡ бюсы өсөн постамент төҙөлгән, яңы сәскә түтәлдәре эшләнгән, бордюрҙарҙың күп өлөшө ҡуйылған, ә буласаҡ фонарҙар аҫтына кабель һалынған. Төҙөүселәр тротуар плиткаһы өсөн нигеҙ әҙерләй.

- Техника етерлек, шуға күрә был объектты билдәләнгән ваҡыттан алда тамамларбыҙ тип шикләнмәйем. Тырышабыҙ, бригада көн һайын, ялһыҙ, иртә таңдан кискә тиклем эшләй, — ти бригадир Агас Саакян.

Яңыртылған сквер тарихи ҡиәфәтен һаҡлап ҡаласаҡ — ул октябрьскийҙа йәшәүселәргә ҡәҙерле. Матур сәскә түтәлдәренән тыш, биләмәне уңайлы эскәмйәләр биҙәйәсәк. Скверҙы реконструкциялау «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы буйынса үткәрелә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙә иң мөһиме – халыҡты тыңлау:

- Был «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһының талабы ғына түгел, уның буйынса, иҫегеҙгә төшөрәм, төҙөкләндереү өсөн объекттар исемлеге тауыш биреүҙә төҙөлә. Һәр ваҡыт кешеләрҙең фекерен тыңларға, ишетергә һәм иҫәпкә алырға тырышабыҙ. Улар бер ҡасан да битараф булмай һәм эштәрҙең нисек башҡарылыуын бик әүҙем күҙәтә.

Фото: “Октябрьский нефтяник” гәзите.

 

Милли проект ярҙамында Октябрьский парктары төҙөкләндерелә
Милли проект ярҙамында Октябрьский парктары төҙөкләндерелә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас