

Илфат Мортаза улы – исеме Бүздәк районынды халыҡ ижады үҫеше менән тығыҙ бәйле. Уның эшсәнлеге – хеҙмәт кенә түгел, традицияларға, мәҙәниәткә һәм кешеләргә ихлас тоғролоҡ өлгөһө лә.
Уның етәкселегендә Сәүәҙебаш ауылы Мәҙәниәт йорто барлыҡ йәштәге кешеләрҙе йәлеп иткән үҙәккә әүерелде. Бында тиҫтәләгән ижад коллективы: "Уңыш тәгәрмәсе" балалар бейеү эстрада коллективы, ”Турғай” балалар вокаль ансамбле, “Серле сәхнә” һәм “Аҡ ҡалпаҡ” балалар театр һәм фольклор коллективтары, “Серҙәштәр” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль коллективы, “Ярһыу йөрәктәр” ир - егеттәр вокаль коллективы, шахмат-шашка клубы, физкультура-һауыҡтырыу клубы, “Баҡсасылар”, “Оҫталар” клубтары, “Тыуған яҡты өйрәнәбеҙ” клубы һәм башҡалар эшләй.
Сәүәҙебаш ауылы Мәҙәниәт йорто халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай һәм тергеҙә. Йыл һайын бында сағыу байрамдар: “Сөмбөлә”, “Нардуған”, “Наурыҙ”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Беренсе көлтә”, “Беренсе бураҙна” һәм башҡа. 20 саралар үткәрелә. 2021 йылда Түбән Сатра ауылының «Кендек ҡаны тамған ерем» байрамы БСТ каналында күрһәтелде.
Таланттарҙы асыу өсөн төрлө быуын кешеләрен ижад тирәһендә берләштереүсе «Ауылым һандуғасы» һәм «Наурыҙ гүзәле» конкурстары ойошторола. Илфат Мортаза улы төрлө саралар ойоштороу ғына түгел, үҙе лә мәҙәни тормошта әүҙем ҡатнаша: 40-тан ашыу йыр, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры Ф. Туғыҙбаева һүҙҙәренә Бүздәктең гимны «Бүздәгем»де лә ижад иткән; район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен берләштергән район хорында солист; район Мәҙәниәт йортоноң халыҡ театрында уйнай; “Салауат йыйыны”, “Наурыҙ гүзәле”, “Уйнағыҙ, гармундар!” фестивалдәрендә район исеменән сығыш яһай; “Өмөт” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә һәм гармунсылар ансамблендә сығыш яһай; уларҙың ғаилә дуэты “Уйна, гармун!» район конкурсы лауреаты булды.
- 2022 йылда “Мәҙәниәт” милли проекты һәм “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә Илфат Мортаза улы Алыҫ Көнсығыш дәүләт сәнғәт институтында квалификацияһын күтәреп, “Халыҡ уйын ҡоралдарында соло, ансамбль һәм оркестр башҡарыуы үҙенсәлектәре” программаһын үҙләштерә.
Илфат Хәбиров-талантлы ойоштороусы ғына түгел, бик игелекле кеше лә. Мәҙәниәт ирекмәне булараҡ, Ул МХО-ға ярҙам итеү акцияларында әүҙем ҡатнаша. Уның етәкселегендә үҙешсән сәнғәттә ҡатнашыусылар гуманитар ярҙам йыя: йылы әйберҙәр бәйләй, окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ һәм башҡалар эшләй. Посылкалар менән бергә балаларҙың күңелгә үтеп инерлек хаттары ебәрелә - улар йөрәкте бәйләнгән әйберҙәрҙән кәм йылытмай, - тине район Мәҙәниәт йортоноң методика кабинеты мөдире Гүзәл Ғәлләмова.
Илфат Мортаза улын «Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исеме менән ихлас ҡотлайбыҙ! Был - күп йыллыҡ хеҙмәт, эшкә тоғролоҡ һәм мәҙәни мираҫты һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш өсөн юғары награда.
Һеҙҙең ижадығыҙ, энергияғыҙ һәм изгелегегеҙ тирә-яҡтағыларҙы ла рухландыра. Был танылыу тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға табан яңы баҫҡыс булһын! Ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам, сағыу проекттар һәм рәхмәтле тамашасылар теләйбеҙ. Көн һайын донъяны матурылауығыҙ үҙегеҙгә лә шатлыҡ килтерһен!
Беҙҙең белешмә:
2025 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт, сәнғәт һәм кешенең рухи үҫеше өлкәһендәге эшмәкәрлеге һәр кешенең потенциалын тормошҡа ашырыуға, уның һәләттәрен үҫтереүгә, патриотик һәм социаль яуаплы шәхес тәрбиәләүгә, шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт, сәнғәт һәм халыҡ ижады ойошмаларының эше менән граждандарҙың ҡәнәғәтлеген арттырыуға йүнәлтелгән.