+27 °С
Облачно

Октябрьский – республиканың көнбайышындағы спорт баш ҡалаһы тиһәк тә хата булмаҫ

Башҡортостан Республикаһында физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстары, стадиондар һәм тренажёр залдары төҙөүгә айырыуса иғтибар бүленә, был төбәктең бөтә халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итә.

Октябрьский – республиканың көнбайышындағы спорт баш ҡалаһы тиһәк тә хата булмаҫОктябрьский – республиканың көнбайышындағы спорт баш ҡалаһы тиһәк тә хата булмаҫ
Октябрьский – республиканың көнбайышындағы спорт баш ҡалаһы тиһәк тә хата булмаҫ

2025 йылда Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды, был республиканы ике тапҡыр ошо премияға лайыҡ булған тәүге субъект итте.

Октябрьский ҡалаһында 50-нән артыҡ спорт төрө үҫеш алған. Балалар ҙа, йәштәр ҙә яратҡан спорт төрөн һайлай ала. Бының өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған: Спорт һарайы, мәктәптәре, стадиондар, Боҙ һарайы эшләп килә. яңы бассейн төҙөлөшө алып барыла.

 

Спортта Рәсәй, донъя күләмендә танылыу алған спортсыларыбыҙ ҙа күп. Шуныһын да әйтәйек,төбәк боксы үҫешенә ҙур өлөш индергән ун муниципалитет араһында Октябрьский ҙа бар! Беҙҙә көслө спортсылар һәм тренерҙар составы тупланған.

 

Танылған бокссыларыбыҙ: 1995 йылғы Рәсәй беренселегенең беренсе еңеүсеһе - Алексей Фёдоров, 2005 йылғы Рәсәй беренселеге еңеүселәре - Тимур һәм Тамраз Худоян, 2008 йылғы Европа чемпионы - Леонид Костылев, 2015 йылда үҫмерҙәр араһында донъя беренселегендә еңеүсе - Анастасия Сигаева, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе, 2017 йылда Европа беренселегендә ҡатнашыусы - Зайцев Максим, Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры, бокс буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе Иван Абрамов, Рәсәй беренселеге еңеүсеһе Андрей Панарин һәм башҡалар. Араларында йондоҙҙай балҡыусы һылыуыбыҙ, ике тапҡыр Рәсәй чемпионы, БРИКС- 2024 уйындары еңеүсеһе, Боливариан Алба уйындары-2023 чемпионы Азалия Әминева.

 

Азалия уҙған былтыр профессиональ рингҡа сыҡты һәм бер йыл эсендә Башҡортостан баш ҡалаһында уҙған IBA.PRO сиктәрендәге өс ярышта уңышлы сығыш яһаны.

 

IBA.PRO версияһы буйынса 6 раундлы бәйгелә Азалия төрөк ҡыҙы Неслихан Моллаоглу менән 67 кг-ға тиклем үлсәмдә осрашты.

Азалия Әминева, АЛБА Боливар уйындары чемпионы,  бокс буйынса Рәсәйҙең ике тапҡыр чемпионы, күп тапҡыр халыҡ-ара һәм милли беренселек еңеүсеһе һәм призеры Башҡортостанда спорт үҫешенә ҡарата фекерен әйтте: 
- Минең өсен профессиональ рингта сығыш - ул яңы баҫҡыс. Беләм, бында мине көткән бик күп һынауҙар һәм маҡсаттар бар. Хәҙер быға актив ынтылабыҙ. Башҡортостанда, Өфөлә уҙыусы барлыҡ турнирҙар һәм ярыштар минең өсөн иң оҡшағаны. Бында спортҡа, спортсыларға, тренерҙарға иғтибар республикала иң юғары кимәлдә булыуы ҡыуандыра. Бында диуарҙар ҙа көс бирә, сөнки бында минең яҡындарым. Был уйҙар миңә ышаныс өҫтәй. Мин беләм, рингтан сыҡҡас, минең өсөн йән атырға килгән һәр кешене ҡосаҡлай һәм рәхмәт әйтә аласаҡмын.

 

 

 

 

Октябрьский – республиканың көнбайышындағы спорт баш ҡалаһы тиһәк тә хата булмаҫ
Октябрьский – республиканың көнбайышындағы спорт баш ҡалаһы тиһәк тә хата булмаҫ
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас