Рәмзия Хәлфетдин ҡыҙы Йомаҙыбаш ауылында донъяға килә. Уның атайы Хәләфетдин Фәйзулла улы ветеринария табибы булып эшләй, Япония менән һуғышта ҡатнаша. Әсәйе Гөлзифа инәй Фәтхетдин ҡыҙы ла ошо колхозда төрлө эштәрҙә эшләй. Нәбиуллиндар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә, Рәмзиә ғаиләлә өлкәне була.
Рәмзиәгә 11 йәш тулғас, Нәбиуллиндар ғаиләһе алыҫ Хабаровск яҡтарына күсенеп китә. 1945 йылда улар тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, ғаилә башлығы Хәләфетдин Фәйзулла улы ла фронттан ҡайта. Рәмзия "Урал" колхозында эшләй башлай. 14 йәшенән ул ҡатын-ҡыҙҙар менән бер рәттән барлыҡ эштәрҙе башҡара. 1955 йылдың ғинуарында Рәмзия Тарханка ауылынан йәштәше Хәмзә Нуретдин улы Фәрхетдиновҡа кейәүгә сыға. Улар осраҡлы рәүештә танышалар. Бер көндө Хәмзә Баҙғыя баҙарына бара һәм аҡ май һатып ултырған һомғол буйлы, мөләйем ҡыҙға күҙе төшә. Йәштәр дуҫлашып китә.
Хәмзә ул саҡта "Урал" колхозында төрлө эштәрҙә эшләй, бер аҙҙан Свердловск өлкәһе Пышма ҡалаһында урман ҡырҡыусы булып эшләй башлай. Бер аҙҙан ул Рәмзиәне һәм улы Зәйтүнде лә үҙе менән алып китә. Бер йылдан Фәрхетдиновтар тыуған ауылдарына ҡайталар һәм тиҙҙән йорт төҙөп инәләр. 1958 йылда ғаиләлә ҡыҙҙары Зинура, 1962 йылда – Зөлфиә тыуа, өс йылдан һуң улдары Тәлғәт донъяға килә.
Рәмзия Хәлфетдин ҡыҙы Шаран совхозы Тарханка бүлексәһендә төрлө эштәрҙә эшләй, фермада һауынсы була, бында ул 15 йыл хеҙмәт итә, күп грамоталар менән бүләкләнә. 1987 йылдан уллайыҡлы ялда.
Хәмзә Нуретдин улы Туймазы элеваторында, Шаран совхозы Наратасты һәм Тарханка бүлексәләрендә төрлө эштәрҙә эшләй. Ҡыҙғанысҡа, 2013 йылда ул баҡыйлыҡҡа күсә.
Фәрхетдиновтар дүрт балаларын лайыҡлы кешеләр итеп тәрбиәләй. Улдары Шаран совхозында тракторсы булып эшләй. Ҡыҙғанысҡа, 2005 йылда ул яҡты дөньяны ҡалдырып китә. Зинура лайынлә ялда, Шаран халыҡҡа көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү комбинатында оҙаҡ йылдар тегеүсе булып эшләй. Зөлфия Тарханка ауылында һатыусы, ферма мөдире булып эшләй. Улдары Тәлғәт Шаран совхозында һәм Шаран юл төҙөү-ремонтлау идараһында шофер булып эшләй, хәҙер ул да пенсияла.
Рәмзия Хәләфетдин ете ейәне һәм 15 бүләһенең уңыштары менән ғорурлана.
Уның юбилеена уларҙың күбеһе йыйылды, улар өоәсәйҙәрен бик ярата. Шаран ауыл биләмәһе башлығы Илшат Бәҙриев Рәмзия Хәләфетдин ҡыҙына ауыл биләмәһе хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм РФ Президентының ҡотлау открыткаһын тапшырҙы.
Рәмзиә апай балаларына бик рәхмәтле. Ул бәхетле ҡартлыҡ кисереп, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрҙең ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй. Әсә кеше өсөн шунан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин дә түгел.