-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
26 Февраль , 10:36

"Мөхәббәтле өйҙә бишек, ҡояш булып, эленеп торор алтын сөйҙә”

Бишек - ҙур донъяға ишек 

Бишек йыры... Ҡәҙерле кешебеҙҙең талғын ғына һуҙған бишек йырҙарын бәләкәйҙән тыңлап үҫәбеҙ. Ул беҙҙе ғүмер буйы оҙата килә. Әсәй-өләсәйҙәрҙең сәңгелдәк йырҙарында үҫһәк, һуңынан уны балаларыбыҙ тыңлап үҫә. Моңло ла, мәғәнәүи лә бишек йырҙары ҙур ҡөҙрәткә эйә. Бала күңеленә тирәйүндәгеләргә ҡарата һөйөү ҙә бәләкәйҙән тыңлап үҫкән бишек йырҙары аша һалына. Бигерәк тә әсә башҡарыуындағы сәңгелдәк йыры уның күңеленә шифалы тәьҫир итә. Бишек йыры баланы йоҡлатыу өсөн генә түгел, ә сабыйҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, тәрбиәүи йәһәттән дә файҙаланылған. Баланың һаулығы, ҡылыҡтары, холҡо ла әсәһенең уға ниндәй бишек йыры башҡарыуына бәйле. Әсә бишек йырҙары аша балаһына туған теленең наҙын, көйҙәрҙең моңон еткерә.

Йом-йом, балам ,йом күҙең,

Йоҡла, балам, күҙ нурым,

Шатлығым һин, матурым.

Аҡыллым һин, алтыным.

Әлли-бәлли, тиермен,

Бәхетле бул, тиермен, 

Әкиәттәр һөйләрмен,

Матур көйҙәр көйләрмен.

"Мөхәббәтле өйҙә бишек, ҡояш булып,  эленеп торор алтын сөйҙә”
"Мөхәббәтле өйҙә бишек, ҡояш булып, эленеп торор алтын сөйҙә”
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас