Йылда, 1 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Етегән” ғаилә байрамы уҙғарыла һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәре бүләкләнә.
Бөгөнгө минең мәҡәләмдең геройҙары ла тап ошо конкурстың ҡатнашыусылары.
Благовар районының Таң ауылында ғүмер итеүсе ишле ғаилә - Айһылыу һәм Рөстәм Баязитовтарҙың ҡапҡаһы аша атлап үтеү менән ниндәйҙер айырыуса йылы мөхиткә барып эләгәһең. Ап-аҡ ҡарға күмелгән иркен йорт алды, балаларҙың шат ауаздары, шаярып-көлөүҙәре яңғырай - был өйҙә егәрле һәм тырыш хужалар йәшәүе күренеп тора. Өй эсендә лә бик уңайлы, һәр ерҙә тәртип, аш бүлмәһенә үтеп, хужабикә менән бәхетле йәшәү серҙәре тураһында һөйләштек.
-Айһылыу Рәмис ҡыҙы, үҙегеҙ менән таныштырып китмәҫһегеҙ микән?
-Мин һөнәрем буйынса юғары белемле уҡытыусы. Районыбыҙҙың Таң урта мәктәбендә химия, биология, география фәндәренән уҡытам. Педагогик хеҙмәт стажым 12 йыл. 2021 йылда, йәш уҡытыусы булараҡ, Республика Башлығы Грантына лайыҡ булдым. Шулай ҙа иң төп һөнәрем тип, дүрт балама-улдарыма әсәй булыуымды һанайым.
-Дөп-дөрөҫ. Донъяля иң төп, иң яуаплы һөнәр эйәһе тип әсәй кешене атаһаҡ, һис тә хата булмаҫ. Ә атай кеше, ғаилә башлығы ҡай тарафтарҙа хеҙмәт һала икән?
-Тырыш, уңған атайыбыҙ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, заказдар буйынса, үҙенең шәхси машинаһында, Рәсәй буйынса йөк ташый.
-Ауыл ерендә күп ваҡыт бер үҙегеҙгә генә донъя көтөүе ауыр түгелме?
-Юҡ. Өйрәндерелде лә инде. Юлдарҙа имен-аман ғына йөрөһөн инде. Минең ярҙамсыларым да күп бит, дүрт улым ғына ни тора! Әсәйем дә ныҡлы терәк.
-Эйе, ҡатыны һәм балалары ғаилә башлығының бөтә башланғыстарында хуплап торалар, һәр яҡлап ярҙам итәләр. Айһылыу Рәмис ҡыҙы музыка менән мауыға, бик матур йырлай, аш-һыу әҙерләргә ярата. Уңған ҡатын яҡындарын тәмле ризыҡтар менән дә һыйлай. Кескәй Аланға ике йәш, ул «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһына йөрөй, һүрәт төшөрөргә, «Лего» конструкторын һәм пазлдар йыйырға ярата. Улдары Артур, Асҡар, Ралан мәктәп уҡыусылары, бөтә фәндәрҙән дә «5» һәм «4» билдәләренә генә өлгәшәләр. Ҡыҙыҡһыныусан малайҙар көрәштең бер төрө булған грепплинг менән мауығалар. Район, төбәк-ара, республика кимәлендә үткән ярыштарҙың еңеүселәре лә улар! Сәләмәт кеше - матур кеше тигән әйтем бар. Тышҡы ҡиәфәттәре генә түгел, ә күңел донъялары ла матур булған, спорт яратҡан улдары менән атай-әсәй сикһеҙ ғорурлана.
2014 йылда, бер – береһен яраткан йәштәр ниҡахлашып, ғаилә ҡороп ебәрә. Ғаилә ныҡ, имин булһын өсөн уның үҙ закондары, ҡанундары барлыҡҡа килә. Улар үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ошо ҡанундар нигеҙендә йәшәй башлай. Ошо йәһәттән, Айһылыу Рәмис ҡыҙынан һорайһым килә. Һеҙҙең ғаиләлә быуындан-быуынға һаҡланып килгән традициялар һаҡланамы?
-Һаҡлана, әлбиттә.
-Һәм улар ни өсөн кәрәк?
-Ғаилә традицияләры ғаилә ағзаларын берләштерә, туғанлыҡ хистәрен арттыра, бер-береңә яҡынайыу сараһы булып тора, рухи үҫешкә, үҙ-үҙеңде аңларга, тормошта үз юлыңды табырға ярҙам итә. Бының нәҡ шулай икәне беҙҙең ғаиләлә иҫбатланған. Беҙ ғаиләбеҙ менән әүҙем тормош алып барабыҙ. Өләсәйебеҙ Альбина Тимерйән ҡыҙы – мәҙәниәт хеҙмәткәре, малайҙар ул уҙғарған сараларға теләп йөрөй: йырлайҙар, бейейҙәр, тасуири итеп шиғыр ҙа һөйләй беләләр. Бигерәк тә халҡыбыҙҙың фольклор, йола байрамдарына нигеҙләнеп үткәргән сараларҙың уртаһында ҡайнай улар. Шулай итеп, ғаиләбеҙ миҫалында беҙ балаларға халҡыбыҙҙың мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Йоҡлар алдынан уларға әкиәттәр һөйләйбеҙ. Балаларыбыҙҙың милли йолаларҙа үҫеүен, үҙ халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен белеүен, туған телен өйрәнеүен бик тә теләйбеҙ.
Хәтеремдә ҡалған, баласаҡта халҡыбыҙҙың бик күп бәйрәмдарын, шул иҫәптән ”Һабантуй”, “Ҡарға бутҡаһы”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, “Нәүрүз”, Яңы йыл байрамдарын, һәр беребеҙҙең тыуған көндәрен, ауылда туғаннарыбыҙ менән йыйылышып, бик күңелле уҙҙыра инек. Бөгөн беҙ ҙә балаларыбыҙ менән ошо матур традицияларҙы дауам итергә, тыуған көндәрҙе, Еңеү көнөн, ғаилә һәм халҡыбыҙҙың йола байрамдарын бергә йөкмәткеле итеп үткәрергә тырышабыҙ. Осрашҡанда уңыштарыбыҙҙы барлайбыҙ, киләсәккә пландар менән бүлешәбеҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ,йырлайбыҙ, бейейбеҙ.
Беҙҙең ғаиләбеҙҙең үҙ традициялары ла бар.
Беренсеһе – йыл һайын Рәсәйебеҙҙең төрлө ҡалаларына сәйәхәт ҡылыу. Уларҙың тарихи урындарын-һәйҡәлдәрен, музейҙарын, театрҙарын ҡарап, үҙ белемебеҙҙе тәрәнәйтеп ҡайтабыҙ. Был иҫкиткес файҙалы. Юлдарҙа төрлө хәлдәр була, беҙ бер-беребеҙгә иғтибарлы, хөрмәтле булырға өйрәнәбеҙ. Ошо сәйәхәттәрҙән һуң, араларыбыҙҙың тағын да яҡынайғанын тоябыҙ.
Икенсеһе – ял көндәрендә ғаилә менән тәбиғәткә сығып ял итеү. Йәй көндәрендә беҙ Сәрмәсән йылғаһында һыу ҡойонабыҙ, яр буйында ҡыҙынабыҙ,төрлө спорт уйындары уйнайбыҙ, урманда еләк, бәшмәк йыябыҙ. Ҡыш көнө таулы урындарға барып, сана шыуабыҙ. Бындай походтарга алдан тәм-томдар әҙерләйбеҙ. Шатланып, шау-гөр килеп, ял итеп ҡайтабыҙ. Балаларға бик оҡшай.
Шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алып, әйтеп китәһем килә. Бөгөн бөтә Рәсәй буйынса ирекмәндәр махсус хәрби операциялағы һалдаттарыбыҙға ярҙам ойоштороу менән шөғөлләнә. Беҙҙең ауылда ла был эш киң йәйелдерелгән. Беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән ваҡыт табып, ауыл мәҙәниәт йортона маскировка селтәрҙәре үрергә лә йөрөйбөҙ. Был эшкә улдарыбыҙҙы ла ылыҡтырҙыҡ.
Мин үземдең ғаиләм менән ғорурланам, киләсәктә улдарыбыҙ илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың лайыҡлы кешеләре булыр, тип ышанабыҙ, үҙ ғаиләләрен булдырғас та, ошо традицияларҙы дауам итәрҙәр тип уйлайбыҙ.
-Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Айһылыу Рәмис ҡыҙы. Ҙур татыу ғаиләгеҙ менән бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын һеҙгә!
%Рәхмәт.
Күп балалы, берҙәм ғаиләнең - Баязитовтарҙың киләсәккә пландары ҙур – ғаилә традицияларына тоғро ҡалып, уның ҡиммәттәрен һаҡлап һәм байытып, бөгөнгөләй бәхеткә төрөнөпйәшәү. Ә бәхетле ғаиләләр күберәк булған һайын йәмғиәтебеҙ именерәк, дәүләтебеҙ көслөрәк булыр.
Гөлфирә Әхмәтшина,
Иҫке Күсәрбай ауылы.