- Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы - махсус хәрби операция, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Мөрәжәғәтнамәһенең төп тезистарына таянып шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға теләйем: беҙҙең районда был эш системалы һәм тупланып алып барыла. Беҙ яугирҙарға, шулай уҡ яңы территорияларҙа йәшәүселәргә ярҙам итәбеҙ - 50-нән ашыу гуманитар конвой ебәрелгән. Кисә сираттағы йөк Белгород өлкәһе халҡы өсөн китте.
Маскировка селтәрҙәре етештереү буйынса 46 пункт әүҙем эшләй. Шул уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Беҙ республика Башлығының позицияһын тулыһынса хуплайбыҙ һәм бөтә бурыстар үтәләсәгенә ышанабыҙ.