-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
29 Ғинуар , 15:55

Йыл кешеһе - Сәғит Ғиләжетдинов

"Ауыл таңдары" гәзите редакцияһы "Йыл кешеһе"н билдәләне. Ул —оло йөрәкле эшҡыуар Сәғит Ғиләжетдинов.

Йыл кешеһе - Сәғит Ғиләжетдинов
Йыл кешеһе - Сәғит Ғиләжетдинов

 

Бурысҡа тоғролоҡ — Сәғит Мөҙәрис улы тураһында әйтелгән. Йәш сағында сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан кеше булараҡ, ул бөгөн дә сик буйында хеҙмәт итеүселәр берҙәмлегенә тоғро ҡала. Ветеран сик буйы һаҡсылары йәмғиәте етәксеһе Сергей Такашов һүҙҙәре буйынса, С. Ғиләжетдинов йәмғиәт ойошторған сараларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Ул шулай уҡ сик буйы һаҡсыларына һәйкәл ҡуйыуға ла ҙур өлөш индергән.

Бындай игелекле кешеләр иғтибарһыҙ ҡалмай. Сәғит Мөҙәрис улы "Тыуған илгә хеҙмәт өсөн","Армияға һәм Хәрби-диңгеҙ флотына тоғролоҡ өсөн" миҙалдарына,"Ҡыйыуҙарға ярҙам өсөн" күкрәккә тағылыусы билдәгә лайыҡ булды, уны уға полковник Владимир Гусев тапшырҙы. Әммә төп бүләк — ул ярҙам иткән яҡташтарыбыҙҙың һәм яугирҙарыбыҙҙың рәхмәте.

Сәғит Мөҙәрис улы Ғиләжетдинов — рух көсө, йомартлыҡ һәм ярҙамсыллыҡтың ысын мөғжизәләр булдырыуына тере дәлил. Ул үтенгәнде көтмәй, ҡайҙа ярҙамы кәрәклеген күрә һәм эшләй. Уның тыйнаҡлығы артында — ҡорос характеры һәм оло йөрәге. Нәҡ бына шундай кешеләр "Йыл кешеһе" тигән юғары исемгә лайыҡ.

Йыл кешеһе - Сәғит Ғиләжетдинов
Йыл кешеһе - Сәғит Ғиләжетдинов
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас