1999 йылдан, район һәм ҡала Хакимиәттәре берләшкәндән һуң, район башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшмәкәрлеген киңәйтә - тап шул ваҡытта мәғариф, йәштәр һәм эшҡыуарҙар менән эшләү буйынса комиссиялар ойошторола. Был эш менән 1996-1999 йыодарҙа район башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе булған Сәхи Хисмәтуллин етәкселек итә.
Мин 2012-2023 йылдарҙа Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булып эшләнем. Ошо көндәрҙә йәмәғәтселек Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһына 30 йыл тулыуын билдәләп үтте. Ошо уңайҙан мин милли мәғарифты, мәҙәниәтте артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә, башҡорт телен пропагандалауға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеүҙә, халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыуға күп көс һалған беҙҙең район шәхесе Сәхи Хисмәтуллин тураһындағы иҫтәлектәр менән уртаҡлашып китергә теләйем.
2002 йылда мине II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты итеп һайланылар. Беҙҙең делегация менән Сәхи Нәби улы етәкселек итте. Был ҙур сара башланғас, беҙҙең район делегацияһы составында ниндәй масштаблы шәхес булыуын аңланым - уның менән Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нияз Мәжитов, билдәле артистар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул бирешеп күреште.
Һуңғараҡ, мине Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп һайлағас, ул миңә был эштә ярҙам итте. Мин уға ярҙам һәм ҡиммәтле кәңәштәр өсөн һаман да рәхмәтлемен. Тыуған яҡтың патриоты булараҡ, ул Туймазы ерендә башҡорт теленең сәскә атыуы һәм ҡурай моңо яңғырауы тураһында хыялланды. Һәм бының өсөн ул бик күп эшләне. Хәтеремдә, ул бер ҡасан да үҙенең абруйы менән баҫым яһаманы. Әммә шул уҡ ваҡытта башланған эште аҙағына тиклем еткерергә өйрәтте. Ул районыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, башҡорт телендәге баҫмаларға яҙылыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итте.
Бынан тыш, Сәхи Нәби улы башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнаша ине. Һәм был сараға ҡатыны Зилә Кашай ҡыҙы менән байрамға кеүек килә ине. Ә диктанттан һуң китергә ашыҡмай беҙҙең менән рәхәтләнеп аралашырға яратты. Ул Туймазы ерендә мәктәп уҡыусылары һәм йәштәр ҡатнашлығындағы ҡыҙыҡлы саралар уҙғарылыуына ихлас шатлана ине.
Йылдар үтеү менән кешенең бөйөклөгө нығыраҡ күренә бара. Бөгөн күп кенә туймазылар Сәхи Нибиевичты хөрмәт менән иҫкә ала. Өлкән иптәшебеҙ бөтә көсөн, оҫталығын һәм талантын башҡорт мәҙәниәтен һәм телен тергеҙеүгә йүнәлтте. Шуға күрә беҙ Хисмәтуллиндың иҫтәлеген һаҡлайбыҙ һәм уны рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алабыҙ. Ә ҡасандыр ул башлаған эш бөгөн дә уңышлы дауам итә. Уҡымышлы һәм уйсан чиновник, алдынғы ҡарашлы сәйәсмән, ҡул оҫтһыа, ғаилә башлығы. Былар барыһы ла Сәхи Нәби улы Хисмәтуллин тураһында.
Һәр шәхес тарихта үҙ эҙен ҡалдыра. Һәм йыш ҡына ул ваҡиға кешенең профессиональ эшмәкәрлеге менән бәйләнмәй. Туймазылар Сәхи Нәби улы Хисмәтуллинды «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙары конкурсын ойоштороусы булараҡ хәтерләй. 1996 йылда ҡала конкурсы булараҡ старт алып, киләһе йылда уҡ конкурс зона, ә 2001 йылдан төбәк-ара сараға әйләнә. Уны ойоштороусылар – Башҡортоста республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Туймазы районы хакимиәте. Әммә был конкурстың төп хәрәкәт итеүсе көсө, уның идея авторы һәм илһамландырыусыһы Хисмәтуллин була. Конкурс тәүге йылдарынан уҡ ҡатнасыусыларға юғары планка ҡуя. Ул конкурсанттарҙың ижади табыштары менән айырылып тора. Был йыр марафоны беҙҙең өсөн бик күп сағыу, икенсе төрлө әйткәндә, уникаль таланттар менән асылды. Һәм быларҙың барыһы артында Сәхи Нәби улы Хисмәтуллиндың сағыу шәхесе тора. 2022 йылдан "Озон көй" рәсми рәүештә атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәхи Хисмәтуллин исемен йөрөтә.