Мәскәү ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Ижтимағи палатаһында “Рәсәй турында һөйлә: беҙҙең заман геройы” конкурсы еңеүселәрен ҡотлау булды. Конкурс илдең 75 төбәгенән 900-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Эштәрҙең күп өлөшө махсус хәрби операция геройҙарына арналды. Был йәш быуындың Рәсәй тарихы һәм яҙмышы менән тәрән бәйләнешен билдәләй.
Иҫке Томбағыш мәктәбенең быйылғы сығарылыш уҡыусыһы Дарина Миндейәрова (етәксеһе В. Сәйетов) “Беҙҙең заман геройы” номинацияһында еңеү яуланы. “Геройҙың яҡты исеме: Сәйетов Артурҙың тормошо һәм батырлығы” тигән эшендә Дарина Яңы Томбағыш ауылынан махсус хәрби операция геройы Артур Виталиевичтың батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге тураһында һөйләй.
Офицер Артур Сәйетов махсус хәрби операцияла 2022 йылдың 11 мартынан 9 майына ҡәҙәр хәрби бурысын намыҫлы үтәй, ысын батырлыҡ күрһәтә. Уның ҡаһарманлығы һәр ваҡыт иҫтә ҡаласаҡ. А. Сәйетов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде (һәләҡ булғандан һуң).
Даринаны абруйлы ижад конкурсында еңеүе белән ҡотлайым, яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен теләйем!
“Хәҙер йәнә геройҙар ваҡыты. Был ваҡытта беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ иң яҡшы кешелек сифаттарын сағылдырырға, бөгөн Ватан һағында тороусыларға ярҙам итергә тейеш...”
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы.