-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
15 Август 2025, 09:19

Ырыуҙаштар ҡорға йыйылды

Ҡаңнытөркәйлеләр башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға  һәм популярлаштырыуға үҙ өлөштәрен индерә.

Ырыуҙаштар ҡорға йыйылды
Ырыуҙаштар ҡорға йыйылды

Дәүләкән районы Сапай ауылында республика күләмендәге “Йәнәй ырыуы йыйыны” үтте. Был ауыл Йәнәй ырыуына инә. Ошо ырыуы вәкилдәре Бүздәк районының Шланлыкүл, Иҫке Боғаҙы, Иҫке Шығай, Сабай ауылдарында, Туймазы, Краснокама, Илеш райондарында ла йәшәй.

Сараға республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡтар: тарихсы-журналист, телепроекттар авторы  Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең журналистар союздары ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, “Аҡбуҙат” балалар журналы редакторы Лариса Абдуллина һәм республикабыҙың  киң билдәле тарихсы-ғалимы, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетының тарих коммисияһы председателе Нурислам Ҡалмантаев, БР Ауыл хужалығы консультация үҙәге директоры Ирик Саҡаев килде.

Ә беҙ –  “Заһиҙә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле, “Сәрмәсән бөркөттәре” ирҙәр вокал ансамбле, Бүздәк районы хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса әйҙәүсе белгесе Гөлнара Мөхтәруллина, Ҡаңны-Төркәй ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы, Башҡортостан Республикаһының Ҡаңны ырыуы ҡоры рәйесе Ғәли Шәғәлиев был сарала күрше булараҡ, Бүздәк районы исеменән ҡатнаштыҡ.

Дәүләкән районы халҡы килгән ҡунаҡтарҙы яҡшы әҙерлек менән бик йылы ҡаршыланы. Матур итеп ҡоролған һәм биҙәлгән тирмәләр алдында милли кейемдәр кейгән хужалар килгән ҡунаҡтарҙы сәк-сәк, икмәк, ҡымыҙ менән йырлап-бейеп ҡаршы алды.

Беҙ ҙә үҙ тирмәмебеҙҙе ҡороп, аҫалы балаҫтар, сигеүле һөлгөләр һәм ашъяулыҡтар менән биҙәп, өҫтәлдәргә  башҡорт халҡының милли ризыҡтарын теҙеп, һәр кеде матур йырҙарыбыҙ менән тәбрикләнек.

Ямғыр яуып тороу сәбәпле, сараның рәсми өлөшө ауыл Мәҙәниәт йортонда үтте. Унда килгән ҡунаҡтарҙың, Йәнәй ырыуы вәкилдәренең сығышы, бүләкләүҙәр, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.

Рәсми өлөштән һуң ҡаҙандарҙа бешкән аш, былау, бишмармаҡ менән һыйланып, тамаҡ ялғап алғас, милли уйындар башланды. Бер ерҙә көрәш бара, кемдәрҙер бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән һуғыша, кемдер бағанаға үрмәләй.  Ә сәхнәлә һәүәҫкәр артистар үҙ һөнәрҙәрен күһәтте. Көрәш майҙанында Ҡаңны-Төркәй егеттәре бил бирмәне. Вил Мөфтәхов менән ИльмирЗарипов икеһе лә тәкә менән бүләкләнделәр.

Республикалағы барлыҡ милләттәрҙе берләштереү, нәҫел ептәрен барлау, шәжәрәңде белеү маҡсатынан ойошторолған был фәһемле саранан барыбыҙ ҙа матур тьәҫораттар алып, ҡәнәғәт булып ҡайттыҡ.

Мәхмүзә Шәғәлиева,

Ҡаңны-Төркәй ауылы.

 

Ырыуҙаштар ҡорға йыйылды
Ырыуҙаштар ҡорға йыйылды
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас