Байрамды асыу тантанаһында сәләмләү һүҙҙәре менән Благовар районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Вәхит Ҡадиров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, “Ауыл ауыл” республика проекты координаторы Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Тәнзилә Ҡотлогилдина, республика Мәҙәниәт министрлығының этномәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Нурлан Ғәниев сығыш яһаны. Улар Яныш халҡын ауылдың юбилейы уңайынан ихлас ҡотланы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, республика Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотларын, Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Һабантуйҙа тематик майҙансыҡтар эшләне. Ҡунаҡтар ауылдың тарихы, мәҙәниәте тураһында бик күп мәғлүмәт белде, милли ризыҡтар менән һыйланды, ат сабышында, көрәштә һәм башҡа төрлө милли уйындарҙа ҡатнашты. Ярыштарҙа еңгәндәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Һабантуй ауыл халҡы, ҡунаҡтар өсөн ысын байрам, мөһим ваҡиға булды.
------------------------
Тамашасы фекере:
Рәхилә Биғлова:
- Сара бик юғары кимәлдә үтте! Ысын мәғәнәһендә халыҡ өсөн ойошторолған байрам булды. Шуныһы ныҡ шатландырҙы. Афарин Яңыш ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зыя Рәшит улына!
Фәҡир М.:
- Республика кимәлендәге һабантуйға әүерелде ауылыбыҙ һабантуйы. Ауылдаштарым өсөн ғорурлыҡ тойғолары кисерҙем. Киләсәктә лә шулай берҙәм һәм бергә йәшәһендәр!
Рәхимә Ямалетдинова:
- Йыр моң яңғырап торҙо ауыл өҫтөндә! Үҙебеҙ яратҡан күренекле һәм талантлы йырсыларҙы тыңлап рәхәтләндек!