-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
8 Август 2025, 11:26

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Мәҫәлән, Өфө ҡыҙы «хәүефһеҙ иҫәп»кә ышанып, мутлашыусыларға 1 миллион һумдан ашыу аҡса күсерҙгән.

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан
Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан

Баш ҡалала йәшәүсе тағы бер оло йәштәге ҡатын инвестицияларҙан аҡса эшләргә ҡарар итә. Әммә пенсионер 300 мең һум аҡса күсергәндән һуң мутлашыусылар бәйләнешкә сығыуҙан туҡтай. Мәләүез районында йәшәүсе ҡатын дәүләт структураһы хеҙмәткәрҙәре ебәргән һылтанма буйынса үтә. Уның телефонына инеп, улар уның иҫәбенән 1,8 миллион һумдан ашыу аҡса ала.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлеге иҫкәртә: бер ҡасан да билдәһеҙ кешеләрҙең үтенесе буйынса аҡса күсермәгеҙ — был һәр ваҡыт мутлашыусылар була.

 

Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан
Уҙған тәүлектә Башҡортостан халҡы 4 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас