-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
16 Июль 2025, 11:59

10 килограмлыҡ бәхет

Миләүшә Миңлебаева Симба ҡушаматлы мейн-кун хужабикәһе. Симбаға ике йәш, уның ауырлығы яҡынса 10 килограмм, кәүҙәһенең оҙонлоғо ҡойроғо менән бергә метр.

10 килограмлыҡ бәхет
10 килограмлыҡ бәхет

- Бесәй балаһы алыр алдынан мин интернетта мейн-кун тоҡомо тураһында мәғлүмәтте оҙаҡ өйрәндем, – тип һөйләй Миләүшә. - Минең ике балам бар, шуға күрә бесәйҙең улар менән килешеп йәшәүе мөһим ине. Бөтә сығанаҡтарҙа ла был тоҡом тыныс, шаян тип яҙылған. Әммә беҙгә дөрөҫ булмаған мейн-кун эләктеме, әллә был тоҡомдо үрсетеүселәр уның яҡшы сифаттарын ныҡ арттырып күрһәттеме. Симба бер секунд та бер урында ултырмай. Хужаларҙың һәр хәрәкәтен ул уйынға саҡырыу итеп ҡабул итә. Уның иң яратҡан күңел асыуы – хужалар менән уйнау. Ғәҙәттә ул арттан шым ғына килә һәм тырнаҡтары һәм тештәре менән йәбешә. Улар ниндәй ҙурлыҡта икәнен күҙ алдына килтерәһегеҙме? Үткер бысаҡтар кеүек! Бигерәк тә төндә ул шаян кәйефле була. 10 килограммлыҡ бесәй бер яҡҡа-бер яҡҡа йөрөгәндә, тыныс ҡына йоҡлап китә алмайһың. Шуға күрә кистәрен бөтә ғаилә уны уйын менән арытырға тырыша.

Миңлебаевтар бәҙрәф проблемаһына ла юлыҡҡан. Был йорт арыҫланы таҙалыҡ ярата. Бысраҡ һауытҡа ул бер ҡасан да ултырмай, шуға күрә уны шунда уҡ йыуырға тура килә.

Мейн-кундарҙың аппетиты бик яҡшы: 10 килограммлыҡ аҙыҡ пакеты яҡынса 5-6 аҙна эсендә китә. Һыйыр һәм тауыҡ итен бик ярата, тик майһыҙ филе ғына кәрәк уға. Симба һыу менән уйнарға ярата. Һыу һәр ваҡыт таҙа булырға тейеш!

Әммә Миләүшә өсөн иң ҙур күңелһеҙе Симбаның балаларҙы яратмауы була. Улар уның өсөн һунар объекты ғына, бигерәк тә кесе ҡыҙына эләгә. Хужаларына ул күнеккән, улар артынан өй буйлап йөрөй.

 - Мейн-кундарҙы йүгереү һәм уйын өсөн күп урын булған шәхси йортта йәшәүселәр алһа яҡшыраҡ, тип уйлайым, - ти Миләүшә.

 

10 килограмлыҡ бәхет
10 килограмлыҡ бәхет
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас