-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
10 Июнь 2025, 12:57

Туймазыла Мәскәүҙән яҙыусылар килде

 Уҡыусылар менән осрашыуҙа «асыҡ» микрофон эшләне, унда һәр үҙ фекерен белдерә алды

Туймазыла Мәскәүҙән яҙыусылар килде
Туймазыла Мәскәүҙән яҙыусылар килде

Иҫтәлекле сараны биләмә-ара үҙәк китапхана һәм «Алтын башаҡ» әҙәби берекмәһе үткәрҙе - уларҙың саҡырыуы буйынса Мәскәүҙән Туймазы уҡыусылары менән осрашыуға рус әҙәбиәт үҙәге етәксеһе Никита Митрохин, үҙәк вәкилдәре Гөлдәриә Йосопова, Алексей Преснаков, Диана Свердловская, Наталья Слизовская килде.

Ҡунаҡтарға Туймазы авторҙары Нәжиә Гәрәева, Нина Пеняева, Гөлнур Зарипова ҡушылды.

Үҙәк балалар-үҫмерҙәр моделдәр китапханаһында үткән осрашыуҙа «асыҡ» микрофон эшләне, унда үҙ фекерен белдерә алды.

Осрашыу аҙағында бүләкләү тантанаһы үтте. Никита Митрохин «Антон Чехов: күренекле ҡаҙаныштарҙы халыҡ таныуы» миҙалын Туймазы районы биләмә-ара китапхана системаһы директоры Әлфиә Шәйҙуллинаға, яҙыусы Нәжиә Гәрәеваға тапшырҙы, «Рәсәй Патриоты» миҙалын район хакимиәте башлығы Булат Мусинға тапшырҙылар.

Туймазыла Мәскәүҙән яҙыусылар килде
Туймазыла Мәскәүҙән яҙыусылар килде
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас