-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
23 Май 2025, 14:56

Уларҙа барыһы ла ғәйепле

Күрше булып ике ғаилә йәшәгән. Береһендә гел генә ығы-зығы, талаш сығып торған.

Уларҙа барыһы ла ғәйепле
Уларҙа барыһы ла ғәйепле

Икенсеһендә, киреһенсә, мөхәббәт хөкөм һөргән, ирле-ҡатынлы булған был пар бер-береһен аңлап эш итергә тырышҡан, артыҡ тауыш сығарып та бармаған.

Тәүге ғаиләләге мыжыҡ ҡатые күршеләренән көнләшкән була. Уларҙың шулай матур йәшәүенең серен белергә хыяллана. Көндәрҙең береһендә ирен күршеләренә ебәрә. Ипләп кенә матур йәшәүҙәренең серен белешергә ҡуша.

Ир кеше күршеләренең тәҙрәһенән ипләп кенә күҙәтә башлай. Бына хужабикә өй йыйыштырып йөрөй. Саң һөртә икән. Шул саҡ телефон шылтырай. Ул тиҙ ҡулындағы вазаны өҫтәл ситенә ҡуя ла, телефонын ҡулына ала. Бер нисә минуттан бүлмәгә ире килеп инә. Аңғармаҫтан вазаны төшөрөп яра.

Тәҙрәнән күҙәтеүсе күҙ алдына был икәүҙең талаша башлауын килтерә. Әммә күршенең ҡатыны бик тыныс күренә. Хатта ки иренә килеп:

- Ҡәҙерлем, ғәфү ит! Ҡабыланып ситкә ултыртҡанмын, - тип ғәфүүтенә башлай. Быға яуап итеп ире: - Һин үҙең мине ғәфү ит. Аңғармаҫтан төшөрөп ярҙым, - тип үҙе ғәфү үтенә.

Күршеләре өйҙәренә бик бойоғоп ҡайтып  инә.

 - Йә, серҙәрен белдеңме? Ысынлап та, улар татыу йәшәйме? Әллә кеше алдында ҡыланалар ғынамы? - тип ҡатыны һорауҙар яуҙыра башлай.

- Беләһеңме, уларҙың ғаиләһендә бөтәһе лә ғәйепле, ә беҙҙә барыбыҙ ҙа хаҡлы. Бар сер шул ғына, - тип ире яуап бирә.

Уларҙа барыһы ла ғәйепле
Уларҙа барыһы ла ғәйепле
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас