-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
12 Май 2025, 14:07

Туймазынан башҡорт теле уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша

Румия Ғәлиуллина балаларҙы һүҙҙәргә, грамматик ҡағиҙәләргә өйрәтеүҙе генә түгел, ә уларға милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Туймазынан башҡорт теле уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша
Туймазынан башҡорт теле уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша

12-13 майҙа Өфөлә II БӨТӘ рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтә. Был осрашыуҙа туған телде һаҡлау һәм үҫтереү менән шөғөлләнгән уҡытыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм белем биреү учреждениелары етәкселәре ҡатнаша.

Туймазы районынан делегация составында Ҡандра ауылының Ә. Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Румия Ғәлиуллина ла бар.

  • Съезда ҡатнашыусылар башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ һаҡлауға ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе тикшерәсәк, беҙ тәжрибә уртаҡлашасаҡбыҙ, - ти ул.

Румия Мөғәлим ҡыҙы мәғариф системаһында 24 йыл эшләй, Ул Башҡорт педагогия институтының сит телдәр факультетын тамамлаған. Тәүге йылдарҙа ауыл балаларына немец телен уҡыта, ә бер йыллыҡ әҙерләү курстарын тамамлағандан һуң уға башҡорт теле дәрестәрен алып барырға тәҡдим итәләр.

- Бөгөн туған телебеҙ ярҙамға мохтаж. Балалар үҙ телендә аралашмауын күҙәтәбеҙ. Ғаиләләрҙә лә башҡорт телендә һирәгерәк һөйләшәләр. Минең маҡсатым - балаларҙы һүҙҙәргә, грамматик ҡағиҙәләргә өйрәтеү генә түгел, ә уларға милли мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү, уларға үҙ халҡының рухын еткереү. Һәр бала "үҙ ваҡытында өлгөрә" тигән ышаныстамын. Ҡасандыр башҡорт теленең ни өсөн кәрәклеген аңламаған уҡыусыларҙың күбеһе һуңынан уны юҡҡа ғына уҡытмағандар, тиҙәр. Тик уҡыусы дәрестәргә рәхәтләнеп йөрөргә тейеш. Бының өсөн мин бөтә мөмкин булған ысулдарҙы һәм сараларҙы ҡулланам. Балалар «Урал Батыр» эпосын өйрәнә, Туған телдәр көнөнә арналған конкурстарҙа ҡатнаша, башҡорт телендә интеллектуаль уйындар ойошторам, туған телдәр буйынса ижади конкурстарҙа һәм предмет олимпиадаларында ҡатнашырға ярҙам итәм.

 

Башҡортостандың рухи-әхлаҡи мираҫын һаҡлау һәм башҡорт телен һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу буйынса эшкә ҙур өлөш индергәне өсөн Румия Мөғәлим ҡыҙы Дәүләт думаһының мәғариф буйынса комитетының рәхмәт хаты, БР башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең почет грамотаһы менән бүләкләнде. Әйткәндәй, уҡытыусы рус телен һәм әҙәбиәтен дә уҡыта.

Туймазынан башҡорт теле уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша
Туймазынан башҡорт теле уҡытыусыһы Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша
Автор: Гаухар Фазуллина
Читайте нас