+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
События и факты
17 Февраль , 12:31

Туймазынан шәфҡәт туташы фронт блиндажында яугирҙарға ярҙам итә

55 йәшлек шәфҡәт туташы 37 йыл Туймазы дауаханаһында эшләй.

Туймазынан шәфҡәт туташы фронт блиндажында яугирҙарға ярҙам итә
Туймазынан шәфҡәт туташы фронт блиндажында яугирҙарға ярҙам итә

2023 йылда ул ДНР һәм лЛНР-ҙағы госпиталдәрҙә яралы яугирҙарҙы ҡарай. Ә былтыр июлдә Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөй, хәрби табип статусын ала. Позывнойы буйынса «Розочка”.

Табип әйтеүенсә, улар урынлашҡан базаны госпиталь тип атауы ауыр. Был ябай блиндаж, селтәрҙәр менән маскировкаланған. Электр энергияһы генераторҙар ярҙамында етештерелә, һыу эсер өсөн генә, йыуынырға урын юҡ. Хәрби һыҙыҡ уларҙан өс-биш километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Был медпункт яралыларға беренсе ашығыс ярҙам күрһәтеү ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу өсөн булдырылған, һәм ул йөҙләгән яугирҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән.

 Хеҙмәттәге тырышлығы өсөн рядовой Розочка күптән түгел «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалы менән бүләкләнә.

Туймазынан шәфҡәт туташы фронт блиндажында яугирҙарға ярҙам итә
Туймазынан шәфҡәт туташы фронт блиндажында яугирҙарға ярҙам итә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: