«Под небом единым» исемле концерт программаһын рус халыҡ инструменттары балалар оркестры асты (етәксеһе Вероника Цветкова). Концертта рус, сит ил һәм башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәре яңғыраны. Домра, гитара, ҡурай, баянсылар, аккордеонсылар, ҡурайсылар, гитарасылар ансамблдәре сығыш яһаны. Концертта тамашасыларға патриотик йырҙар яңғыраны . Сарала район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов «Маскита» ирекмәндәр клубы етәкселәре исеменән ҡала һәм райондың әүҙем ирекмәндәрен рәхмәт хаттары менән бүләкләне.