Туймазы үҙәк балалар-үҫмерҙәр моделле китапханаһына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Марсель Сәлимов менән ижади осрашыуға 75 кеше килде. Уның «Тауыҡ көлкөһө» («Курам на смех») китабының презентацияһы үткән сараға әҙәбиәт һөйөүселәр, студенттар, китапханасылар, был талантлы әҙәбиәтсенең ижады менән ҡыҙыҡһынған кешеләр килде. Сатирик яҙыусы уҡыусылар хөкөмөнә «Тауыҡ көлкөһө» («Курам на смех») китабын тәҡдим итте. Китапҡа уның тәүге шиғырҙары, шул уҡ исемле пьесаһы, прозаһы, шиғриәте һәм төрлө йылдарҙағы публицистикаһы инде. Ул китапханаға үҙенең китаптарын бүләк итте. Дуҫтарса йылы әңгәмә автографтар таратыу менән тамамланды.
Осрашыуҙа Ҡандракүл ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Раян Талбутдин улы Баһауетдинов та булды. Ул Марсель Шәйнур улы менән бергә армияла хеҙмәт иткән. Раян Талбутдин улы шул йылдарҙа барлыҡҡа килгән дуҫлыҡ тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеүсе үҙенең ауылындағы «Ҡыҙыл балыҡсы» музейы тураһында һөйләне һәм бөтәһен дә унда килергә саҡырҙы. Бер нисә йыл элек Раян Баһауетдинов үҙенең ихатаһында шәхси музей асҡан. Унда балыҡсылыҡ эволюцияһын тыуған яҡ тарихын өйрәнергә мөмкин. « Республикала традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һәм тарихи хәтерҙе һаҡлау бөгөн дәүләт бурысы булып тора. Беҙҙең бурыс – йәштәрҙә тыуған яҡҡа, уның тарихына, тыуған телгә, ергә һәм тарихҡа һөйөү тәрбиәләү”.
Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы, яҙыусылар Союзы тураһында тураһында: