Бына инде бишенсе тапҡыр Туймазы районының ауыл мәҙәниәт учреждениелары «Дәүерҙәр ағышы» халыҡ ижады фестиваль-конкурсында ҡатнаша. Быйыл уны ғаилә Йылына бағышланылар.
Үҙ сығыштарын жюри хөкөмөнә 24 ауыл клубы һәм мәҙәниәт йорто тәҡдим итте. Уларҙың туғыҙы гала-концертта сығыш яһаны.
Йолалар һәм ғөрөф – ғәҙәттәр ата-бабаларға хөрмәт күрһәтеү генә түгел, ә быуындарҙы бәйләгән еп. Уларҙа яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ төшөнсәләре сағыла, әхлаҡи ҡағиҙәләр һәм идеалдар йөрөтә.
Туймазылылар халыҡ йолаларын һаҡлап ҡалыуҙың, уларҙы йәштәргә тапшырыуҙың ни тиклем мөһим икәнен яҡшы аңлай, шуға күрә үҙҙәренең постановкалары өсөн иң ҡыҙыҡлы йолаларҙы һайлайҙар һәм уларҙы сағыу театр номерҙарына әйләндерәләр.
Фестивалдә ҡатнашыусылар тамашасыларҙы боронғо атмосфераға тулыһынса сумдырыу өсөн тейешле декорациялар, реквизит һәм костюмдар һайланы. Мәҫәлән, Ксения Ибраһимова етәкселегендәге Нижнетроицкий ауылының «Экспромт» театр коллективы урыҫ йолаһын күрһәтте. Ҡышҡылыҡҡа кәбеҫтәләр күп әҙерләнә, шуға күрә уны ҡырҡырға күршеләрен саҡыралар. Кәбеҫтәне улар күңелле йырҙар йырлай-йырлай әҙерләй.
Вәкилә Әхмәтйәнова етәкселегендәге Ермөхәмәт ауылының «Айлы кистәр» вокаль-фольклор ансамбле «Ата-бабам васыяты – халкым аманаты» йолаһын сәхнәләштерҙе.
«Кендектамаҡ ынйылары» фольклор коллективы (етәксеһе Рәмилә Нәғимова) һәм Үрмәкәй ауылы клубының ижади коллективы (коллектив етәксеһе Тәслима Абдурахманова) киндер эшкәртеүгә һәм киндер туҡымаһына арналған иң боронғо йолаларҙың береһен күрһәтте. Туҡыманы ҡулдан етештереүҙең күп көс талап иткән процесын улар байрамға әйләндерҙе.
Жюри артистарҙың йолаларҙың асылын ни тиклем теүәл еткерә алыуын баһаланы, декорацияларға, костюмдарға, сәхнә оҫталығына иғтибар итте. Лайыҡлы награданы һәр коллектив алды. Зөлфиә Яхина етәкләгән Ҡандракүл ауылы мәҙәниәт йортоноң «Тылсым» башҡорт халыҡ фольклор ансамбленә «Һалдат оҙатыу» йолаһы өсөн Гран-при тапшырылды.