- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының кейемен тәүге тапҡыр мин 1998 йылда эшләнем. Үҙем эшләгән түшелдерек менән аккомпаниатор сифатында «Родина» мәҙәниәт йорто сәхнәһенә сыҡтым, унда «Оҙон көй» башҡорт халыҡ йырҙарының икенсе конкурсы үтә ине, - тип хәтерләй Гөлмирә Йәмил ҡыҙы.
Шул уҡ йылда Бикбулатова «Илһам шишмәләре» республика шиғриәт конкурсында еңеү яулай һәм уның башҡорт телендәге шиғырҙары тәүге тапҡыр шул уҡ исемле йыйынтыҡта баҫылып сыға.
- Атайым Йәмил ғүмер буйы шиғырҙар яҙҙы. Әммә уларҙы яҡындары ғына уҡый ине. Шуға күрә атайым ижадым менән бик күп кешеләрҙең танышыуы менән айырыуса бәхетле булды, - ти Гөлмирә Йәмил ҡыҙы.
Ә ҡыҙының ҡул эштәре менән уның әсәйе Рәшиҙә Әхмәтдин ҡыҙы ғорурлана. Ул бөтә биш ҡыҙына ла бала сағында уҡ ойоҡбаш, бейәләй, ҙур йылы шәлдәр бәйләргә өйрәтә.
- Беҙ әсәйемә бәйләм бәйләргә ярҙам итә инек. Ул шәлдәрҙе баҙарға һатырға сығыра ине, шул аҡсаға беҙгә кейем һатып ала торғайны. Шулай итеп, тыуған ауылыбыҙҙа беҙ апайҙарыбыҙ менән иң ҡупшы кейенгәндәре булдыҡ, - тип йылмая оҫта ҡатын. Әсәйемә 86 йәш, ул әле лә шәл һәм ойоҡбаштар бәйләй. Шәлдәрҙе ул һатыуҙан тыш, туғандарына ла бүләк итә.
Гөлмирә Йәмил ҡыҙы әле туҡыусылыҡ технологияларын өйрәнә һәм тергеҙә.
- Интернет аша Башҡортостандың икенсе районында йәшәгән оҫтабикәнең видео дәрестәрен таптым. Станок һатып алдым, уның менән эшләргә өйрәндем. Һәм сағыу биҙәкле балаҫтар туҡый башланым. Ә һуңынан ваҡыт үҙе туҡыусылыҡтың яңы йүнәлешен асты – СВО яугирҙары өсөн йылы билбауҙар эшләйбеҙ.
Бикбулатова өсөн махсус хәрби операция – ул бик яҡын тарих: хәҙер таҫма артында уның ике туғаны, тағы бер туғаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Тап туғаны өсөн ул беренсе билбау бәйләй.
- Ул миңә һуңынан: “Тәнгә генә түгел, йәнгә лә йылы, сөнки һеҙҙең ҡул эштәрегеҙ беҙгә еңеү яуларға ярҙам итә», тине, – тип билдәдәләй оҫта.
Билбауҙарҙың беренсе партияһы өсөн епте Бикбулатова үҙе һатып ала. Ә хәҙер ауыл ҡатын-ҡыҙҙары уға бушлай һарыҡ йөнөн ебәрә, ошо йөндән ул еп иләй. Һәр кис ул өй станогы артында 2-3 сәғәт ултыра, был ваҡыт эсендә 1,5 метр туҡыма эшләп өлгөрә. Тарихи-мәҙәни үҙәктә ҡуйған икенсе станокта ул үҙе туҡыма ғына түгел, ә уҡыусылар, СВО яугирҙарының әсәйҙәре, ветерандар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
- Яңы, ғәҙәти булмаған әйберҙәр кеүек, балаларға ла бындай ижад бик ҡыҙыҡлы. Ә яугирҙарҙың әсәйҙәре балалары өсөн билбау туҡыу мөмкинлегенә шатлана, - ти ул.
- Егеттәребеҙ өйгә ҡайтҡас, төҫлө палаҫтарҙы тағын эшләй башлармын. Минең ике заказым да бар. Улар түҙемлек менән көтә: хәҙер иң мөһиме – яугирҙарҙың һаулығы һәм беҙҙең еңеү икәнен аңлайҙар, - ти Гөлмирә Бикбулатова. - Тиҙҙән 6-сы Бөтә Донъя Башҡорттары ҡоролтайы үҙ эшен башлай. Мин уның үткән съезында ла делегат инем. Быныһында ла ҡатнашасаҡмын. Бөгөн һәммәбеҙҙе бер генә нимә борсой - МХО. Егеттәребеҙҙең имен-һау, еңеп ғаиләләренә ҡайтыуын теләйбеҙ.Әле үк яугирҙар һәм ветерандар, һәләк булғандарҙың ғаиләләре өсөн күп нимә эшләнә. Ҡоролтайҙа яугирҙарға ярҙам хаҡында тағын да мәсьәләләр күтәрелелер тигән өмөт бар.