Юбилейлы, унынсы конкурс Туймазы ҡалаһында Башҡортостан, Татарстан Республикалары, Ямал-Ненец автономиялы округының һәм Мәскәүҙең төрлө райондарынан һәм ҡалаларынан 70-тән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы, был уның масштаблы һәм юғары кимәлдә ойошторолыуын раҫлай. Гала-концерт “Родина” мәҙәниәт йортонда уҙҙы, сараны ябыу тантанаһында бүләктәрҙе Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шәфиҡова тапшырҙы.
Бәйгелә районыбыҙ исеменән Әбүзәр Мөхәммәтйәнов сығыш яһаны. Беренсе һайлап алыу турында ул “Сибай” һәм “Абдрахман” йырҙарын башҡарып, икенсе турға уңышлы үтте. Икенсе этапта ул “Урал” һәм “Һандуғас” йырҙарын тәҡдим итте. Йырсыға ҡурайҙа район мәҙәниәт йорто солисы Рәфис Мөстәхетдинов уйнаны.
– Был жанрҙағы йырҙарҙы башҡарыу еңел эш түгел. Уларҙың уңышлы яңғырашы күп факторҙарға бәйле. Республика кимәлендә хөрмәт ҡаҙанған компетентлы жюри ағзалары беҙҙең сығышыбыҙҙы юғары баһаланы, күбеһенсә минең аккомпаниаторым, йәш ҡурайсы Рәфис Ишбирде улының профессионаллеге һәм таланты арҡаһында. Беҙ бындай ҙур конкурста ҡатнашыуыбыҙҙан ҡәнәғәт, файҙалы тәжрибә һәм бик күп уңғай хис-кисерештәр алдыҡ, – тип уртаҡлашты сәхнә ветераны.
Регина Ғатауллина.