— Азат Шәкирйән улы, һеҙ ҡоролтайҙың тарих комиссияһы рәйесе. 2019 йылда үткән Ҡоролтайҙан һуң ошо йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылды?
- 2019 йылдың июнь айында үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур маҡсаттар ҡуйҙы һәм ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ҡоролтайҙың тарих комиссияһы 2019 йылда, әлбиттә, төп иғтибарҙы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы, республикаға нигеҙ һалыусы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү эшенә йүнәлтте. Ҡоролтайҙың инициативаһы менән Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең тәүге резиденцияһы бинаһында (хәҙерге Милли музей) күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Муллайән Халиҡов менән Хафиз Ҡушаевҡа таҡтаташтар асылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы элекке Башҡортостан хөкүмәте бинаһында легендар комбриг, дәүләт эшмәкәре Муса Мортазинға бағышлап таҡтаташ ҡуйылды.
- Республика Башлығы Радий Хәбиров онотолған шәхестәрҙең исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу эшенә ҙур әһәмиәт бирә, был эште лә тарихсылар әүҙем алып баралыр?
- Эйе, онотолған шәхестәрҙең исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу эше менән әүҙем шөғөлләндек. Мәҫәлән, Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылынан сыҡҡан республикаға нигеҙ һалған башҡорт эшмәкәрҙәренең береһе булған, Уран ырыуы башҡорто Хәлим Әмировҡа тыуған ауылында таҡтаташ һәм бюст асылды. Уның исеме Яңы Уртауыл мәктәбенә бирелде.
Шул уҡ йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән исеме онотолған башҡорттоң ҡаһарман яугирҙарының береһе, Туймазы районы Япрыҡ ауылынан, Йылан ырыуы башҡорто, полковник Ғәни Ғәлимовтың иҫтәлегенә тыуған ауылында таҡтаташ асылды. Ғәни Ғәлимов 1938 йылда Хәсән күле янында япон илбаҫарҙары менән һуғышҡанда иҫ китмәле батырлыҡ күрһәтә. Уның ҡаһарманлығы бөтә Ҡыҙыл Армияға тарала. Композитор А. Новиков уға бағышлап «Лейтенант Галимов» исемле марш яҙа. Ҡоролтай ағзаһы, Ростов ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ, подполковник Мәхмүт Сәлимов «Легендарный сын башкирского народа — гвардии полковник Гани Галимов» исемле китап яҙҙы. Шулай итеп, ҡоролтай тырышлығы менән исеме онотолған башҡорт батыры яңынан халыҡҡа ҡайтты.