+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
18 Ноябрь , 15:40

“Шәжәрәмдә ата-бабам рухы”

Шәжәрә – ул ырыу ағасы.

“Шәжәрәмдә ата-бабам рухы”
“Шәжәрәмдә ата-бабам рухы”

Халыҡтың мәҙәниәтендә һәм йолаһында үҙеңдең быуыныңды белеү, ғаилә тарихын өйрәнеү, быйындар бәйләнешен булдырыу бик мөһим. Сөнки шәжәрәлә ата-бабалар тураһында мәғлүмәт туплана, уларҙың тормошо, йәшәү рәүеше, уңыштары, ырыуға бәйле мөһим  ваҡиғалар сағыла. Шәжәрә төҙөү, ул – нәҫел-нәсәбең хаҡындағы мәғлүмәтте киләсәк быуынға еткереү.

Туймазы ҡалаһының 1-се мәктәп-интернатында бик матур сара үтте. Иртән иртүк төрлө формалағы шәжәрә ағастарын тотҡан балалар, ата-әсәләре менән ошо мәктәпкә ашыҡты. Унда барлығы 21 ҡатнашыусы – рус, башҡорт, татар телдәрендә үҙҙәренең шәжәрәләре менән таныштырҙы.

Тыуған-яҡты өйрәнеүсе шәхестәр – Марат Ғәйнетдинов, Альберт Исмаил һәм Халыҡтар дуҫлығы йортоноң тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Гөлмирә Бикбулатова жюри составында эшләп, балаларҙың сығыштарын юғары баһаланы. Әйтергә кәрәк, төптән, ныҡлы өйрәнгән шәжәрәләр бар ине. 28 быуынын белеүсе балаларҙың шартлатып ата-бабалары, уларҙың шөғөл-ғәмәлдәре хаҡында ғорурланып һөйләгәндәрен тыңлау үҙе бер кинәнес булды. Шуныһы ҡыуаныслы, балалары менән бергә ата-әсәләр, хатта тотош ғаиләләре менән сәхнәгә сығып баҫыусылар булды. Уларҙың һәр береһе йә йырланы, йә бейене, йә күмәкләп ырыу тарихын бәйән итте.

Бер сығыш та иғтибарһыҙ ҡалманы, һәр бер бала “Шәжәрәне ентекле өйрәнгәне өсөн”, “Тәрән тамырлы шәжәрә”, “Фәнни асыш өсөн”, “ Шәжәрәгә ижади ҡараш өсөн”, “Ғаилә ҡомартҡыларын ҡулланған өсөн”, “ Шәжәрә өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуы өсөн”  номинацияларында билдәләнде. “Башҡорт ырыуҙары тарихы” томының “Йылан” ырыуы хаҡындағыһың һәр балаға тартатты жюри ағзалары.

Был сара ҡатнашыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә байрам булды. Һәм ырыу тарихын белергә кәрәклеген тағын бер тапҡыр иҫкәртте. Марат Ғәбделхәй улы менән Альберт Әҙип улы, балаларҙы ҡотлап, шәжәрәне артабан нисек тулыландырырға, теге йәки был этаптарына иғтибар итергә кәрәклеген аңғартты, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, артабан да эҙләнергә, ырыу ағасын тулыландырырға саҡырҙы һәм уны электрон вариантҡа күсерергә кәрәклегенә баҫым яһаны.

Ә Гөлмирә Йәмил ҡыҙы иһә, балаларға туған телде белергә, өйрәнергә, уны онотмаҫҡа саҡырҙы.Ата-әсәләргә өндәшеп ул былай тине: “ Әгәр өйҙә туған телдә һөйләшһәгеҙ, балаларығыҙ уны белер һәм ңҙ сиратында, үҫкәс, үҙ балаларына өйрәтер:әр, Бына шулай итеп, телебеҙ һаҡланыр, киләсәк быуынға барып етер!”.

“Шәжәрәмдә ата-бабам рухы”
“Шәжәрәмдә ата-бабам рухы”
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: