Рөстәм Рәйес улы -хәрби-медицина институтын тамамлаған, запастағы офицер. Алғы һыҙыҡта хеҙмәттәштәрен ашығыс ярҙам күнекмәләренә өйрәтә, яраларҙы нисек дөрөҫ бинтлауҙы, һынған аяҡтарға жгуттар һәм шиналар һалыуҙы күрһәтә. Уның дәрестәре бер нисә тапҡыр йәш яугирҙарҙың ғүмерен ҡотҡара. Яралыларҙы сираттағы эвакуациялау ваҡытында Рәхимовтың күкрәгенә ярсыҡ эләгә. Санинструкторҙы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Һуңынан хәрби табип Туймазыға ҡайта һәм элекке һөнәре буйынса отоларинголог булып эшләүен дауам итә. Әммә оҙаҡҡа түгел. Май айында ул яңынан фронтҡа китә. Курск өлкәһендә яугирҙарҙы ҡотҡара. Аоғы һыҙыҡта эшләй. Унда икенсе тапҡыр яралана. Дауаланыуҙы Мәскәүҙең үҙәк хәрби госпиталендә үтә.
Октябрь башында, госпиталдән сыҡҡандан һуң, яҡташыбыҙҙың инсульттан вафат булыуы тураһында хәбәр килә. Дуҫтары әйтеүенсә, был - ике яраның эҙемтәһе.
Фотола - Рәхимов уң яҡта «Батырлыҡ өсөн» миҙалын тапшырыу тантанаһында.