Нөркәй ауылының мәҙәниәт йортонда республика бюджетынан субсидиялар ярҙамында капиталь ремонт үткәрелде. 59 йыл төҙөлгән бина туҙған. Ҡыйыҡ ағып тора, тамаша залы авария хәлендә була, иҙәндәре серей, шуға күрә унда саралар үткәрелмәй. Быйыл ремонт барышында мәҙәниәт йортонда ҙур эштәр башҡарылды: ҡыйыҡты, тәҙрәләрҙе, иҙәндәрҙе, тамаша залындағы сәхнәне алмаштырҙылар, коммуникацияларҙы, фасадты яңырттылар, пандус ҡуйҙылар, янғын сигнализацияһын, электр үткәргесен һәм электр ҡорамалдарын алмаштырҙылар.
Ауыл-ара клуб системаһы директоры Гөлнар Сабирова һүҙҙәренсә, «Реаль эштәр» проекты арҡаһында Булат һәм Туҡтағол ауылдарының мәҙәниәт йорттарында ағас тәҙрәләр пластикҡа алмаштырыла, Алексеевка ауылында тәҙрәләр һәм ишектәр алмаштырыла, Татар-Улҡан мәҙәниәт йортонда ағымдағы ремонт башҡарыла, Ә Субханҡолда - сәскә түтәле тимер ҡойма менән кәртәләнә. Сығымдарҙың дөйөм суммаһы 1 миллион 270 мең һум тәшкил итте.
Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы буйынса быйыл Никитинка ауылының мәҙәниәт йортонда ремонт башланды. Төмәнәк мәҙәниәт йортонда спорт залы ремонтлана, Ҡандра-Ҡотойҙа бина фасадының бер өлөшө яңыртыла һәм һыу ағыҙыу торбалары алмаштырыла. Финанслау - республика һәм Туймазы районы бюджеттарынан. Шулай уҡ ауыл халҡының һәм бағыусыларҙың аҡсалары ла ҡуллана. Дөйөм сумма – 5 миллион һумдан ашыу.
Башҡортостанда «Мәҙәниәт» милли проектын, федераль программаларҙы һәм өҫтөнлөклө проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Мәҙәни инфраструктураны үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Меңәрләгән кеше яңы, модернизацияланған клубтарға, кинозалдарға, ижади киңлектәргә йөрөү мөмкинлегенә эйә була. Былтыр ауыл мәҙәниәт учреждениеларының һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренең 91 проекты, 19 коммерцияға ҡарамаған ойошма, ике һәүәҫкәр ижади коллектив дәүләт ярҙамы алды. Бөтәһе 5 йыл эсендә 94 мәҙәниәт объекты төҙөлгән һәм капиталь ремонтланған, 10 автоклуб һатып алынған. 2019 йылдан 2023 йылға тиклем тармаҡта 8,3 мең хеҙмәткәр квалификацияһын күтәргән.
2021 йылдан Башҡортостанда «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» программаһы эшләй. Уның ярҙамында 120 белгес торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Ярҙам алыусылар араһында Туймазылар ҙа бар. Улар - Собханғол ауылының балалар сәнғәт мәктәбенең йәш уҡытыусылары Юлиә Мостафина һәм Роберт Гәрәев.
Анас Арыҫлановтың фотоһы һәм ауыл-ара клуб системаһы архивынан.