+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
31 Июль , 15:42

Рух һәм моң байрамы

Туймазыла "Туймазы-фест» халыҡ кәсептәре һәм милли мәҙәниәттәр байрамын халыҡ юғары баһаланы

Рух һәм моң байрамы
Рух һәм моң байрамы

Байрам Туймазы ерендә бишенсе тапҡыр үтте. Ул райондың визит карточкаларының береһе булып тора. VI этнофестивалгә Октябрьский, Бәләбәй, Баҡалы, Дәүләкән райондарынан халыҡ ижады, музыка, фольклор һөйөүселәр килде. Һәм, әлбиттә, бөтә Туймазы районынан ижади коллективтар йыйылды.

Был юлы байрам «Родина» мәҙәниәт һарайында ойошторолдо һәм Рәсәйҙәге Ғаилә йылына арналды.

Фойела һәм икенсе ҡатта халыҡ кәсептәре оҫталарының күргәҙмәһе, шулай уҡ ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Сигелгән ҡулъяулыҡтар, түбәтәйҙәр, һабын, уйынсыҡтар, үрелгән кәрзиндәр, макарон изделиеларынан картиналар, милли биҙәүестәр... Һәр әйберҙең үҙ тарихы бар. Мәҫәлән, Татьяна Гордина Кендектамаҡ ауылы мәҙәниәт йортонда эшләй. Бер нисә йыл инде ул туҡыма туҡыу менән мауыға. Кейем, аксессуарҙар һәм декор элементтары тегә, шулай уҡ халыҡ традициялары менән мауыҡҡан башҡа кешеләрҙе ҡул эштәре менән шөғөлләнергә өйрәтә. Сөнки боронғо башҡорт, урыҫ орнаменттары заманса кейемдә лә, өй текстилендә лә бик матур күренә.

- Туймазы районында 60-тан ашыу милләт вәкилдәре дуҫ һәм татыу йәшәй. Ә милли ижади коллективтар райондың мәҙәни тормошон үҫтереүгә ҙур өлөш индергән традицияларҙы һаҡлаусы булып тора. Беҙҙең маҡсат - киләсәк быуындар өсөн ошо күп милләтле гармонияны һаҡлау, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Подоприхин.

«Туймазы-фест» этнофестивалендә Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналған «Минең ғаиләм - минең шатлығым» район онлайн-фотоконкурсы йомғаҡтары иғлан ителде.

Башҡортостанда мәҙәниәт өлкәһен үҫтереү буйынса эштәр эҙмә-эҙлекле алып барыла.

2023 йылда Республика Башлығы ҡарары менән яңы ярҙам сараһы барлыҡҡа килде - Башҡортостандың ҡала һәм райондары үҙҙәренең визит карточкаһына әйләнгән сараларҙы, фестивалдәрҙе үткәреү өсөн 500-әр мең һум аҡсалата ярҙам ала. 

 

 

Радий Хәбиров, 2023 йыл:

 

  • 2023 йылда ғына мәҙәниәт өлкәһен үҫтереүгә дөйөм алғанда 14 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлттек - был бер йыл элеккегә ҡарағанда 12,3 процентҡа күберәк. Был ҙур һан, ул беҙҙе шатландыра. Һәм беҙҙең бурыс - йыл һайын финанслау күләмен арттырыу.

 

Рух һәм моң байрамы
Рух һәм моң байрамы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: