+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
31 Июль , 15:15

“Бабай утарында” ҡунаҡта

Туймазы районында муниципалитет халҡы ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ҙур теләк менән килгән урындар байтаҡ.

“Бабай утарында” ҡунаҡта
“Бабай утарында” ҡунаҡта

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында булдырылған «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге» программаһы, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы республикала туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 миллиард һум самаһы федераль средстволар йәлеп ителгән.

Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды.

Туймазы районында муниципалитет халҡы ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа ҙур теләк менән килгән урындар байтаҡ.

Бында һәр кем күңеленә хуш килгән ял таба: балыҡ тоторға һәм һыу инергә, ата-бабалар тарихын өйрәнергә йәки ҡаланан ситтә глэмпингтарҙа ял итергә мөмкин. Күп йылдар дауамында Туймазы районында иң популяр туристик урындар булып Ҡандракүл тәбиғәт паркы, “Бабай утары” этнографик комплексы ҡала.

Күптән түгел Бүздәк районына махсус хәрби операцияла  һәләк булған яугирҙарҙың  ғаиләләре өсөн беҙҙең районда  урынлашҡан үҙенсәлекле музейы һәм боронғо ҡоролмалары булған «Бабай утары» уникаль этнографик комплексына экскурсия ойошторолдо. 

Гөлфиә Ғабдрафиҡова

“Защитники Отечества” фонды филиалының  социаль координаторы:

 

  • Беҙҙең күҙ алдыбыҙға тәбиғәттең ғәжәп матур мөйөшө асылды: һулда бейек тау, бер аҙ түбәндә тигеҙ аҡлан, уның артында иҫ киткес ылыҫлы урман, һауа ҡарағайҙың хуш еҫе менән тулған. Ожмах мөйөшө, ҡоштар һайрай, аяҡ аҫтында үлән,  төрлө-төрлө сәскәләр. Музей территорияһында  асыҡ  һауала XIX быуаттың ысын тирмәне бар. Яңы эшләнгән тирмән түгел ул, ә боронғо.   Килеүселәр уның менән таныша алһын өсөн  уны  элекке урынынан һүтеп алып киләләр һәм бында махсус рәүештә йыялар. Был уникаль тирмән -  Башҡортостан Республикаһы территорияһында ундай тирмән юҡ.  Экскурсиянан һуң беҙҙе мейестән туранан-тура сығарылған һутлы балеш һәм хуш еҫле үлән сәйе менән һыйланылар.  Экскурсия барыһына ла бик оҡшаны,  сөнки барыбыҙ ҙа, әйтерһең дә, олатай-өләсәйҙә  ҡунаҡта булғандай булдыҡ.

 

“Бабай утарында” ҡунаҡта
“Бабай утарында” ҡунаҡта
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: