0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
30 Июль , 11:06

Тормошобоҙға йәм өҫтәп

Республика етәкселеге тарафынан мәҙәниәтте күтәреүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡарата әүҙем эш алып барыла.

Тормошобоҙға йәм өҫтәп
Тормошобоҙға йәм өҫтәп

Башҡортостан Республикаһында ҙур мәҙәни саралар ойоштороу менән бер рәттән республика Башлығы Радий Хәбиров ауылдарҙа һәм урындағы кимәлдә мәҙәниәткә булышлыҡ итеүгә ҙур иғтибар бүлә.

  • Хәҙерге заманда тап мәҙәниәт һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булып тора, - тип билдәдәне ул 2022 йылдағы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы мәҙәниәтте һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың беренсе ултырышында.
  •  
  • Бүздәк районы һәр ваҡыт талантлы шәхестәре менән дан тотто. Ауыл клубтарында концерттар, төрлө кисәләп ойошторолоуы халыҡ өсөн һәр ваҡытта ла күңелле ваҡиға. Сәнғәт бит саф, яҡшы хистәр генә тыуҙыра. Тормошобоҙҙо йәмләп, һәр көнөбөҙҙе ябай биҙәктәр менән байытып, рухланып йәшәү үҙебеҙҙән тора. Ә уны тағы ла сағыуыраҡ төҫтәргә быяу өсөн бергәләп йыйылып аралышыу бик кәрәк, - тип билдәләне Бүздәк районы Арыҫлан ауылында йәшәүсе                                                                                   Сәмәрә Ҡамаева. - Клуб ысын мәғәнәһендә ауылдаштарыбыҙҙың аралашыу урынына әүерелде. Ауылыбыҙҙың “Әхирәттәр” үҙешмәкәр ансамбле – берҙәм коллектив. Улар халҡыбыҙҙың йолаларын, иң матур ғәҙәттәрен, халыҡ йырҙарын пропагандалай.

Ауылыбыҙҙа матур кисәләр ойоштороусы клуб мөдире Земфира Сибәғәтуллинаға рәхмәтлебеҙ. Йырмы, бейеүме, нәфис һүҙ  оҫтаһымы – һәр кемдең үҙенә генә хас һәләтен күрә һәм был һәләтте үҫтерә белә ул. Лида Сәйетова, Зөлфиә Сәйетгәрәева, Зәлиә Ризванова, Лүзә Мусина, Әлмира Хәкимоваларҙың йырлауын ауылдаштарыбыҙ рәхәтләнеп тыңлай. Уларҙың тауыштары артистарса көслө, моңло һәм матур. Моң – уларҙың тәбиғәтендә, Хоҙайҙан бирелгән бүләк.  Әле мин яҙып үткән кешеләрҙең ихлас күңел менән башҡарылған йырҙары бик күп йылдар моңобоҙҙо һаҡлап килә.

Ауылыбыҙҙа күптән түгел “Сатира-юмор кисәһе” булды. Бик күңелле, шаулап-гөрләп үтте ул. Был кисәлә күңелдәрҙе дәртләндергән, күтәргән шаян йырҙар, скетчтар, бейеүҙәр тамаша залын тотош байрам рухына күмде.  Байрам кисәһе дәртле бейеүҙәр, йырҙар менән үрелеп барҙы. Сәкинә Фәйзуллина, Эльвира Ҡунафина, Земфира Сибәғәтуллина, Миңһылыу Сафиуллина сәхнәлә скетчтарҙы ысын артистарҙан да кәм уйнаманы.  Ауылдаштарыбыҙҙың уларҙың талантына  һоҡланды. Эйе, беҙҙең арала йәшәүсе, һәр ваҡыт шат күңелле, уңған, бар эшкә лә оҫта кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгел.

Эльвира Хәжиәхмәтова, Зөһрә Насыроваларҙың шиғыр һөйләгәндәге йөрәктәргә үтеп керерлек матур тауыштары тамашасыларҙың күңелен яуланы.

Был кисәлә кешеләр араһындағы етешһеҙ яҡтар бик күп һәм төрлө скетчтар, шиғырҙар,  бейеүҙәр ярҙамында тәнҡитләнде, яҡтыртылды. Ҡыҙыҡлы уйындар ҙа кисәгә йәм өҫтәне.

Кисәлә сәхнә биҙәлешенә, костюмдарға ла ҙур иғтибар бүленгән. Илдар Сибәғәтуллин уны музыкаль яҡтан ҡыҙыҡлы, оҫта итеп биҙәгән.

Эстәлекле һәм фәһемле был кисәнән барыбыҙ ҙа ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.

Йәшәүҙең мәғәнәһе йәшәлгән йылдар һаны менән үлсәнмәй. Кеше үҙен нисә йәштә тоя, ниндәй илһам менән йәшәй, тормошто ярата – шунда уның асылы. Минеңсә, еңел булмаған әлеге заманда бындай кисәләр үтә кәрәклер.

Бына шулай һис зарланмай, булғанына шөкөр итеп, аралашып, күңел көрлөгө менән йәшәргә тырыша беҙҙең ауыл халҡы, - тине Сәмәрә Ҡамаева.

 

 

 

 

Тормошобоҙға йәм өҫтәп
Тормошобоҙға йәм өҫтәп
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: