Республика Башлығы 2019 йылда Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә шулай тигәйне: “Беҙ матди байлыҡ һәм карьераға, аҡса эшләүгә күп иғтибар биреп, иң мөһим нәмәне – атай һәм әсәй булыу бәхетен онота башланыҡ. Беҙҙең юл – ныҡлы ғаиләләр, күп балалылыҡ, балаларҙы изгелек, намыҫ, хеҙмәт рухында тәрбиәләү”.
Башҡортостанда бала тыуған бөтә ғаиләләр ҙә, уларҙың матди именлегенә һәм балалар һанына ҡарамаҫтан, дәүләт яғынан матди ярҙамға иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың ҡайһы бер категориялары – күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре өҫтәмә финанс ярҙамға мохтаж.
Республика күп балалы ғаиләләр хаҡында хәстәрлек күрә, балаларҙы уңайлы шарттарҙа үҫтерегә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, төбәк кимәлендә 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға бушлай дарыуҙар биреү ҡаралған, ә балалар баҡсаларына уларҙы беренсе сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусылар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү, туҡланыу һәм форма ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкаларын алырға ярҙам итә. Балалы ғаиләләргә ярҙам итеү саралары ҙур һәм татыу ғаилә булдырыу өсөн мотивация булып хеҙмәт итәсәк.
Мария Пономарева, Октябрьский ҡалаһында ғаилә хеҙмәте етәксеһе:
- Ғаилә хеҙмәте ғаиләләргә ярҙам итеүҙән тыш, уларҙы берләштерә лә. «Ғаилә ғаиләгә ярҙам итә» проекты ярҙамында күп балалы һәм башҡа категориялы ғаиләләр яҡыная, яңы таныштар таба. Бынан тыш, беҙҙең белгестәр күп балалы ғаиләләргә психологик, юридик ярҙам күрһәтә, балаларҙың үҙәктең күп һанлы майҙансыҡтарына йөрөү мөмкинлеге бар, унда балалар аралаша, һәм тәжрибәле белгестәребеҙ етәкселегендә донъяны менән таныша.
— Был яҡты донъяла минең өсөн төп байлыҡ — ул ғаиләм. Ул минең терәгем, таянысым, шатлығым һәм борсолоуҙарым да, — тип был мөләйем йөҙлө ҡатын һөйләгәндә, уның һәр һүҙендә яҡындарына ҡарата ҡайғыртыусанлыҡ тойолдо, ә матур күҙҙәрендә мөхәббәт сатҡылары балҡыны.
Баҡтиһәң, Октябрский ҡалаһынан Зөлфиә Ғәләүетдиноваға тирә‑йүндәгеләрҙе ҡайғыртыу, улар өсөн борсолоу хисе тәбиғәттән бирелгән икән. Юҡҡа ғына ул уҡытыусы һөнәрен һайламаған.
— Беренсе белемем буйынса мин башланғыс кластар уҡытыусыһы, Төркмән биҫтәһендәге 6-сы мәктәптә эшләнем. Уҡыусыларым менән әлегә тиклем бәйләнештә торабыҙ, улар мине иғтибарһыҙ ҡалдырмай, барлыҡ байрамдар менән ҡотлайҙар. Һуңғараҡ яҙмыш мине иҫ киткес бер ҡатын‑ҡыҙ менән осраштырҙы, ул миңә банк өлкәһендә үҙемде һынап ҡарарға тәҡдим итте. Уңышлы килеп сыҡты һәм мин 20 йылға яҡын «Уралсиб» банкында эшләнем. Бөгөн хакимиәттең ер‑мөлкәт мөнәсәбәттәре һәм торлаҡ сәйәсәте идараһында эшләйем, — тип үҙе менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтте гәзитебеҙ ҡунағы.
Ҡайһы тармаҡта ғына мәшғүл булмаһын, Зөлфиә ханым өсөн ғаиләһе һәр ваҡыт алғы планда була. Алтын урталыҡты таба белгән әсәне өйөндә өс ҡыҙы ‑йондоҙо һағынып көтөп тора.
— Улар минең өсөн йәшәү мәғәнәһе, тормошом гөлдәре. Өлкән ҡыҙым Элина — уң ҡулым, хәҙер ул минең төп терәгем. Уҙған йылда кейәүгә сыҡты, инде үҙе ғаилә ҡорҙо. Хәләл ефете менән бергә «Пакер» фирмаһында эшләй. Уртансы ҡыҙым Залинаға 16 йәш. Ул 3-сө гимназияла белем ала. Музыка менән мауыға. Кесеһе — иң татлыһы, иң наҙлыһы Әминәгә тиҙҙән 6 йәш тула. Үҙе әүҙем, үҙе шуҡ. Инде хәҙер үк ул беҙҙе үҙенең таланты менән шатлыҡҡа күмә. Быйыл Әминә балалар баҡсаһында уҙған Гагарин кубогына полиолимпиадала ҡатнашты. Үҙ йәш категорияһында беренсе урынды алған ҡыҙым ҡала олимпиадаһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Аталары улар менән ғорурланыр ине...
Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Әммә тәҡдиреңә яҙылған һынауҙарҙы һынмайса, тормош дауылдарында юғалып һәм аҙашып ҡалмайса, лайыҡлы уҙа белергә кәрәк. Шулай килеп сыҡҡан инде, Зөлфиә Ғәләүетдинова ҡыҙҙарын бер яңғыҙы тәрбиәләй. Улар өсөн атай ҙа, әсәй ҙә булыу йөгөн үҙ иңдәрендә күтәргән ҡатын‑ҡыҙҙың йәне һыҙлаған, күҙҙәренә йәш тулған көндәре лә аҙ булмағандыр. Тик ул ихтыяр көсөн йоҙроҡҡа төйнәп, алға барырға, ҡыҙҙарына яҡшы үрнәк булырға үҙендә көс тапҡан оло йөрәкле ҡатын‑ҡыҙ. Эргәһендә ата-әсәһе булыуына ла Зөлфиә ханым Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле.
— Мин бик бәхетле әсә. Ҡыҙҙарым минең өсөн бала ғына булып ҡалманы. Улар минең төп терәгем. Беҙҙең серҙәребеҙ уртаҡ. Ауырлыҡтар килеп тыуғанда, уртаға һалып, бергәләп кәңәш ҡорабыҙ, һис шикһеҙ, сығыу юлын табабыҙ. Хатта кескәй Әминә лә өлкәндәрсә фекер йөрөтә, уның менән һөйләшеүе — үҙе бер оло шатлыҡ, — тип йылмая бәхетле әсә.
Тормош мәшәҡәттәре тыуып ҡына тороуға ҡарамаҫтан, улар бөгөн дә бергә һәм берҙәм булырға ваҡыт таба. Бергәләп саңғы шыуалар, концерттарға йөрөйҙәр, ҡала сараларында булырға яраталар.
— Киләсәктә ҡыҙҙарым ниндәй генә юл һайламаһын, мин уларға һәр осраҡта ла ярҙам ҡулы һуҙырға, кәңәш бирергә әҙер. Мин уларҙың алдағы көндәрҙә лә һәр ваҡыт шулай туғанлыҡ ептәрен һаҡлап, дуҫ йәшәүҙәрен теләйем. Әммә, иң мөһиме, улар теләһә ниндәй хәлдә лә кеше булып ҡалһын!
Әсә теләгән изге теләктәр янында башҡа һүҙ төҫһөҙ һәм урынһыҙ.