+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
29 Июль , 10:19

«Пакер» предприятиеһы сәнәғәт туризмын үҫтерә

 «Пакер» фирмаһына бөтә илдән бизнес төҙөргә һәм предприятиела хәүефһеҙлекте тәьмин итергә уҡырға киләләр.

«Пакер» предприятиеһы сәнәғәт туризмын үҫтерә
«Пакер» предприятиеһы сәнәғәт туризмын үҫтерә

2023 йылда «Пакер»ға 1500-ҙән ашыу ҡунаҡ килде, йыл башынан алып - 600 кеше. Улар топ - менеджерҙар, предприятие белгестәре генә түгел, мәктәп уҡыусылары, студенттар, оло  йәштәге кешеләр.

Фирманың сираттағы ҡунаҡтары — Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан «Етештереүсәнлек лидерҙары» программаһында ҡатнашҡан 20-нән ашыу кеше. Предприятие майҙансыҡтарында экскурсия ойошторолдо. Ҡунаҡтар «Пакер» хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эшен айырыуса билдәләп үтте.

"Уникаль атмосфера. Етештереү мәҙәниәте һәм юғары кимәлдә кешеләр тураһында хәстәрлек күреү. Яңы идеялар һәм уйҙар менән өйгә ҡайтам. Бик күп ҡыҙыҡлы идеялар, стандарт булмаған ҡарарҙар — былар барыһы ла “Пакер“ тураһында», — тип уртаҡлашты социаль селтәрҙә фирма ҡунаҡтары.

Шуны билдәләп үтәйек, экскурсияларҙың күбеһен компания белгестәре бушлай үткәрә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, заманса предприятиелар халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы. Ә сәнәғәт туризмы ул - эшсе һөнәрҙәрҙе популярлаштырыуға, квалификациялы кадрҙары йәлеп итеүгә йүнәлтелгән проект.

Башҡортостанда туристар өсөн 20 предприятие асылған, 2025 йылға улар 40 буласаҡ.

Руслан Ғизәтуллин, Октябрьский хакимиәтенең эшҡыуарлыҡты һәм ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү бүлеге начальнигы:

- Беҙҙең ҡалала сәнәғәт туризмы үҫеш ала. Беҙҙә инвесторҙарға ла, бизнесҡа ла, туристарға ла, ҡала халҡына ла ҡыҙыҡлы предприятиелар бар. Был мәктәп уҡыусылары һәм йәштәргә һөнәри йүнәлеш биреү өсөн бик яҡшы инструмент, сөнки киләсәктә тап уларға Рәсәй иҡтисадын үҫтерергә тура киләсәк.

Фото – НПФ «Пакер».

«Пакер» предприятиеһы сәнәғәт туризмын үҫтерә
«Пакер» предприятиеһы сәнәғәт туризмын үҫтерә
«Пакер» предприятиеһы сәнәғәт туризмын үҫтерә
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: