-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
26 Июль , 10:05

Учалы районының Ҡолош ауылынан Хәдис Сафиуллин үҙ өйөндә музей асҡан

Бындағы экспонаттарҙы ҡарарға көн һайын туристар килә. Күптән түгел музей коллекцияһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа арналған экспозиция эшләнгән.

"Ул миңә оҡшай, мин уны хөрмәт итәм, экспозицияны "Башҡортостан" гәзитенән ҡырҡып алған өлөштәрҙән яһаным", - ти Хәдис ағай.


Хәдис Сафиуллин Башлыҡтың Учалыға йыш килеүен белә һәм бер көн шәхсән осрашырға, уның ҡулын ҡыҫырға хыяллана, бәлки, үҙемдең бай музейымды ла күрһәтергә мөмкин булыр, ти.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: