-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
26 Июль , 09:55

Октябрьскийҙа эттәрҙе йөрөтөү өсөн ҙур заманса майҙансыҡ булдырылды

Ҡалала эттәрҙе йөрөтөү өсөн өс рәсми зона эшләй. Һуңғы икеһе «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса төҙөкләндерелгән.

Октябрьскийҙа эттәрҙе йөрөтөү өсөн ҙур заманса майҙансыҡ булдырылды
Октябрьскийҙа эттәрҙе йөрөтөү өсөн ҙур заманса майҙансыҡ булдырылды
  • Эттәрҙе хужалары махсус майҙансыҡта йөрөтөргә ярата, шуға күрә йәмәғәт киңлектәренең был өлөшөнә лә ҙур иғтибар бүләбеҙ, - тип аңлатма бирә хакимиәттең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге начальнигы Вероника Давыдова.

Бер нисә этапта үткән «Йондоҙло» паркын төҙөкләндереүҙә эттәр йөрөтөү зонаһы була. Был территория популяр, сөнки унда тренажерҙар урынлаштырылған, кешеләрҙең уңайлы һәм хәүефһеҙ ял итеүе өсөн шарттар булдырылған.

Наумовтар ғаиләһе эте менән бында аҙнаһына бер нисә тапҡыр килә.  –

  • Бик уңайлы. Бындай урындар күберәк булһын ине! - ти Кристина Наумова.

 

Хужаһыҙ хайуандар өсөн муниципаль приют начальнигы Дилиә Ҡарбаева фекеренсә, күп ҡалаларҙа бындай майҙансыҡ тураһында хыялланалар ғына.

- Беҙҙә ул бар: төҙөкләндерелгән, ҙур, махсус терәүҙәр һәм кәртәләр менән йыһазландырылған. Хәҙер мин бер үк ваҡытта өс этте бында алып килә алам. Бындай биләмәләрҙе Октябрьскийҙың башҡа райондарында ла ойоштороу бик яҡшы булыр ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Йондоҙло» паркы өс йыл эсендә ҡырҡа үҙгәргән. Актив ял итеү өсөн бында контакт фонтаны, сәхнә, скейт-парк урынлашҡан. Территорияла йәшелләндереү эштәре үткәрелә. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһын «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса тормошҡа ашыралар. Программа буйынса 2019 йылдан алып республикала 683 йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән.

Радий Хәбиров, Башҡортостан башлығы: "Иң мөһиме, был программа буйынса биләмәләрҙе халыҡ үҙе һайлай. Йыл һайын Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы тауыш биреү үткәрә, уның йомғаҡтары буйынса еңеүселәр исемлеге билдәләнә - уларға федераль бюджеттан аҡса бүленә».

https://vk.com/okt_neft?w=wall-43935898_84161

Октябрьскийҙа эттәрҙе йөрөтөү өсөн ҙур заманса майҙансыҡ булдырылды
Октябрьскийҙа эттәрҙе йөрөтөү өсөн ҙур заманса майҙансыҡ булдырылды
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: