-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
События и факты
25 Июль 2024, 09:47

Туймазыла 88 йәшлек ҡатын һигеҙ автомобилде тар-мар иткән

Полиция был факт буйынса тикшереү үткәрә.

Туймазыла 88 йәшлек ҡатын һигеҙ автомобилде тар-мар иткән
Туймазыла 88 йәшлек ҡатын һигеҙ автомобилде тар-мар иткән

Кисә Туймазыла Молодежный биҫтәһе халҡы ғәҙәти булмаған ваҡиғаны видеоға төшөргән.

Көндөҙ оло йәштәге ҡатын туҡталышта торған автомобилдәрҙең капоттарына һәм быялаларына таяҡ менән һуғып йөрөгән. Уны күрше йорт халҡы законһыҙ эш итеүҙән туҡтатырға маташа, әммә ул машиналарҙы емереүен дауам итә, шул уҡ ваҡытта әҙәпһеҙ лексика ҡуллана. Һигеҙ автомобиль зыян күргән, улар араһында сит ил машиналары һәм ватан техникаһы ла бар. Хәбәр итеүҙәренсә, автомобиль хужалары полицияға мөрәжәғәт иткән.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар тикшереү үткәрә, ә хужалар зыян суммаһын иҫәпләй. Социаль селтәрҙәге видеояҙма аҫтында күршеләр оло йәштәге ҡатындың күптән инде үҙен сәйер тотоуы тураһында яҙа. Мәҫәлән, ҡатынға уны күҙәтәләр һымаҡ йәки сит планета кешеләре уның өйөндә газ аса кеүек тойола. Башҡалар оло йәштәге ҡатынды ысын күңелдән йәлләй.

Туймазыла 88 йәшлек ҡатын һигеҙ автомобилде тар-мар иткән
Туймазыла 88 йәшлек ҡатын һигеҙ автомобилде тар-мар иткән
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: